Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Байрамдар
4 Марта 2021, 12:00

“Ҡояшҡай”ҙа матур сара үтте

Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының "Тамсыҡайҙар" урта төркөмөндә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап “Йәгеҙ әле,ҡыҙҙар!” исемле байрам сараһы уҙҙы. Алдан уҡ тәрбиәселәр Глүсә Хисаметдин ҡыҙы һәм Алия Рифат ҡыҙы балалар менән әҙерлек эше алып барҙы. Матур итеп бүлмәне биҙәнеләр, әсәйҙәргә открыткалар эшләнеләр, видеороликтар төшөрҙөләр.

Байрамға Яҙһылыу (Айгөл Ғәли ҡыҙы Исламова) менән Ҡояшҡай (Винера Сәғит ҡыҙы Зарипова) килде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар бәйгелә ҡатнашып, уларға төрлө яҡлап оҫталыҡтарын күрһәтте. Сара аҙағында балалар музыкаль етәксе Фәридә Фәриз ҡыҙы Асҡарова етәкселегендә күмәк бейеү башҡарҙы, йыр йырланы, ҡунаҡтар алып килгән татлы күстәнәстәрҙән ауыҙ итте.
Байрам барыһына ла оҡшаны.
Глүсә Ғәлиева.
Читайте нас