Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
19 Февраль 2021, 12:25

Ил һәм тыныслыҡ һағында тороусыларға арнап

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында һәм уның “Березка”, “Чебурашка”, “Родничок” филиалдарында байрам саралары үтә.

Байрам алдынан балалар ата-әсәләре ярҙамында армия хеҙмәтен үтәгән, ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яҡындарының, туғандарының тормош юлын өйрәнде, кинолар ҡараны, һүрәттәр төшөрҙө.
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Бал ҡорттары” кескәйҙәр төркөмө (тәрбиәсеһе Хәфизә Ғимранова) һалдаттар тураһында фотокүргәҙмә әҙерләп, бай йөкмәткеле дәрес үткәрҙе.Тәрбиәсе Гөлзинә Вәкилова етәкселегендә улар һүрәттәр төшөрҙө.
“Гномиктар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен спорт уйындарында һынаны. Тәрбиәсе Розалия Әғләмова буласаҡ һалдаттарға ҡыҙыҡлы ярыш төрҙәре әҙерләгән. Шулай уҡ яратҡан йырҙарын башҡарҙылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
“Тамсыҡай” урта төркөм балаларын тәрбиәсе Глүсә Ғәлиева һалдат кейемдәре, миҙал-билдәләре менән таныштырып, фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Арина Әхмәтшина Афған һуғышы ветераны, әлеге көндә Петропавловка ауылында йәшәүсе олатаһы Фәрис Ғәденән улы тураһында һөйләне. Балалар аҙаҡ тәрбиәсе Алия Ғәлиева етәкселегендә атай, ағай, олатайҙарына бүләктәр әҙерләне.
“Йылмайыу” төркөмөндә тәрбиәсе Алия Әмирова совет һалдаттарының батырлығы, намыҫ, Ватан төшөнсәләре тураһында бай мәғлүмәтле әңгәмә үткәрҙе. Музыкаль етәксе Фәридә Асҡарова етәкселегендә балалар бейеүҙәр өйрәнде.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Березка”, “Чебурашка” балалар баҡсаларында ла тәрбиәселәр Ралия Динмөхәмәтова, Гөлшат Әхмәтшина, Мөнирә Ғаязова, Эльвира Нәсибуллина тырышлығы менән матур саралар үтте.
Яңы Ҡаҙансы ауылының “Родничок” балалар баҡсаһында ла тәрбиәселәр Илмира Хәсәнова һәм Гөлшат Арысланова малайҙар һәм ҡыҙҙар менән күңелле саралар ойошторҙо.
Глүсә Ғәлиева, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас