Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
15 Февраля 2021, 08:45

Тыуған ерен һаҡлаусылар хөрмәтенә

Бөгөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яугир-интернационалистар көнө билдәләнә. Петропавловка ауыл китапханаһында ла Афған һуғышында ҡатнашҡандарға, Ватан һаҡсыларына арналған фәһемле сара үтте.

Байрам алдынан ауыл китапханаһында яугир-интернационалистар Фәрис Ғәденән улы Әхмәтшин һәм Азат Мәснәүи улы Әхмәтгәрәев ҡатнашлығында “Минең команда” тип аталған оҫталыҡ дәресе үтте. Ҡунаҡтар балаларға ошо ҡәһәрле һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, яуҙа ятып ҡалған иптәштәрен тын ҡалып иҫкә алдылар.
— Бына 32 йыл хәрби һәм гражданлыҡ бурысын намыҫлы, батырҙарса үтәгән яугирҙарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, уларҙы ысын күңелдән ихтирам итәбеҙ һәм һәләк булғандарҙы һағыш менән иҫкә алабыҙ, — тине китапханасы Рина Миншәйехова һәм Афған һуғышы тураһында балаларға күп мәғлүмәт еткерҙе.
Артабан ҡунаҡтар ҡатнашлығында открытка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Һәр бала 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнөндә ҡәҙерле кешеләре — атаһы, ағаһы, олатаһына матур бүләк әҙерләне.
Фәһемле сара сәй табыны артында дауам итте. Балалар яугир-интернационалистарға — хөрмәтле яҡташтарына рәхмәт әйтте һәм киләсәктә үҙҙәре лә Тыуған илдең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырға һүҙ бирҙе.
Илһөйәр Махатова.
Рина Миншәйехова фотолары.
Читайте нас