Йыйындың программаһы бай йөкмәткеле. Төп сара Урмияҙ мәҙәниәт йортонда үтте. Йыйынға баш ҡаланан эксперттар, тарихсылар килде, шулай уҡ Асҡын һәм Ҡариҙел райондарының тыуған яҡты өйрәнеүселәре саҡырылғайны.
Шулай уҡ Асҡын 1–се урта мәктәбендә “Аҡбуҙат” балалар журналы редакцияһы, “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы балалар менән осрашты, Балыҡсы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесен — түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.