Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
5 Февраля 2021, 12:10

«Аҡбуҙат» журналы Асҡын 1-се урта мәктәбендә ҡунаҡта булды

Бөгөн районыбыҙҙа үткән Балыҡсы ырыуы йыйыны сиктәрендә «Аҡбуҙат» балалар әҙәби-нәфис журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина һәм баҫманың рәссамы Артур Вәсилов Асҡын 1-се урта мәктәбендә уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы осрашыу үткәрҙе.

Асҡын 1-се урта мәктәбенә райондың төрлө мәктәптәренән, балалар баҡсаларынан йыйылған балаларҙы Лариса Хашим ҡыҙы башта үҙҙәре, журнал менән таныштырҙы. Баҫма быйыл үҙенең 30 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй. Иң әүҙемдәргә, иң оҫта һүрәт төшөрөүселәргә бүләктәр алып килеүҙәрен әйтте. Һәр бала менән шәхсән танышып сыҡҡандан һуң, журналдың рәссамы Артур Вәсилов балаларға Балыҡсы ырыуы ҡошо ҡарағошто һүрәтләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Артур Әлтәф улының өйрәткәндәрен балалар бик ҡыҙыҡһынып, ихлас тыңланы һәм ҡарағошто тырышып һүрәтләне. Эш барышында Лариса Хашим ҡыҙы балалар менән әңгәмә ҡороп, Асҡын районының билдәле шәхестәре тураһында һорашты, башҡорт телен белеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды һәм дөрөҫ яуап биргәндәргә бүләктәр өләште.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас