Сараға Яубүләк, Ҡаракүл, Ҡушкүл, Солтанай ауылдарының өлкән быуын вәкилдәре саҡырылғайны. Байрамға килеүсе ололарҙы Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев йылы тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарының хәстәрен һәм хөрмәтен генә тойоп йәшәүҙәрен теләне һәм уларҙың йәштәр өсөн һәйбәт өлгө булыуҙарын билдәләне.
Артабан ололар иғтибарына матур концерт программаһы тәҡдим ителде. Солтанай мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Фидания Шәйхетдинова йыйылыусыларҙы матур байрам менән ҡотланы һәм матур, фәһемле шиғыр бүләк итте.
Шулай уҡ ололар һәүәҫкәр сәнғәт һөйөүселәр тәҡдим иткән “Киске уйын”ды ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Рауил ағай Шәйхетдиновтың баянда уйнап башҡарған матур йырҙары ла, Сөғдә апай Гәрәеваның моңло тауышы ла оло йәштәгеләрҙең күңеленә хуш килде. “Һандуғас” вокаль ансамбле лә үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте. Күңелле сара Рауил ағайҙың матур баян көйҙәренә күмәк бейеү менән тамамланды.