Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Сентябрь 2020, 13:44

Ожмах баҡсаһы үҫтергәндәр

Борай районының Иҫке Таҙлар ауылында үҙ хужалыҡтарын, йорт-ҡураларын ожмахҡа әйләндереп йәшәгән, донъяларын гөл-сәскәгә күмгән Алия Сәйетмөхәммәт ҡыҙы һәм Фәнәүи Зыя улы Йәсәүиевтарҙың уңғанлығына иҫең китер. Ерҙә ҡаҙыныу, һуңынан хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү, гүзәллеккә һоҡланыу, йәшелсә-емештәреңдең уңышы менән ғорурланыу ләззәт, рухи йән аҙығына әйләнгән.

Йәсәүиевтар Өфө ҡалаһында маҡтаулы хеҙмәт юлын бергә үтеп, һуңынан ауыл тормошон, тыуып-үҫкән үҙ тупраҡтарын һағынып, 2002 йылда биренән өй һатып ала һәм ауылда ҡыҫҡа ғына ваҡытта булдыҡлы Сәскә апай, Емеш ағай булып үҙҙәрен танытырға ла өлгөрә. Бала саҡтан ер-тупраҡты яратып үҫкән, баҡсасылыҡ тураһында бихисап китап-журналдар уҡыған ғаилә “мичурин” белемдәрен туплаған. Улар гөлдәр, емеш ағастары, йәшелсә үҫтереүҙең айырым технологияларына таянып, һәр сорттың үҙенсәлек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, ышаныслы питомник-магазиндарҙан ғына һатып алып ултырта. Ауылдаштары һәм уларҙың йәннәт баҡсаһын күрергә тип ситтән килеүселәр менән дә ауырһынмайса баҡсасылыҡ буйынса борсоған һорауҙарына яуап бирәләр, сер-кәңәштәре менән уртаҡлашалар, орлоҡ-үҫентеләренән дә өлөш сығаралар.
1947 йылда тыуған Алия Сәйетмөхәммәт ҡыҙы сығышы менән Борай ауылынан. Шөкөр, уның әлеге ваҡытта иҫән булған 97 йәшлек әсәһе — Рәйсә апай Килмәтова ҡыҙына гүзәллекте күрә һәм уны тыуҙыра белергә лә өйрәтеп үҫтергән. 1-се мәктәптә урта белемгә эйә булғас та, ҡыҙ Салҡаҡ мәктәбендә уҡыта башлай һәм шунда уҡ ситтән тороп Бөрө педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Фәнәүи ағай 1940 йылда Шабай ауылында тыуған. Атаһын хәтерләмәй, сөнки һуғыш башланғас та фронтҡа киткән Зыя ағай 1942 йылда һәләк була. Биш бала менән тол ҡалған әсә кеше ауырлыҡтар менән көрәшеп, ғәзиздәрен аяҡҡа баҫтыра. Фәнәүи ағай ете класты Шабайҙа уҡып, урта белемде Борайҙа ала. 1958 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1963 йылда юллама буйынса Салҡаҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрелә һәм бер айҙан уны Ҡушманаҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул Ҡазанға барып, аспирантурала уҡый. Һалдат хеҙмәтен үтәргә лә өлгөрә. 1967 йылда Йәсәүиевтар ғаилә ҡора. Фәнәүи ағай — Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге педагогия институтының математика кафедраһында, ә Алия апай 42-се мәктәп-лицейҙа уҡыта башлай.
Белем һәм тәрбиә биреүҙәге ирешелгән уңыштары өсөн маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булалар. Математика фәндәре кандидаты Фәнәүи Зыя улы юғары уҡыу йортонда 40 йыл эшләп, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исемен ала. Алия Сәйетмөхәммәт ҡыҙы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары араһында ойошторолған бәйгелә еңә, уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелә. Тамырҙары ауылдан булған зыялыларҙы тәбиғәт, ауыл тынлығы, тупраҡҡа булған мөхәббәт ҡала шау-шыуын ҡалдырып, тыуған яҡҡа тарта. Иҫке Таҙларҙан йорт һатып алғас та, бер ни тиклем ваҡыт Өфөгә йөрөп эшләйҙәр. Фәнәүи ағай — 2008, ә Алия апай 2010 йылда ғына уҡытыуҙан туҡтай.
Бына 18 йыл ауыл һауаһын иркен һулап, ике уңған хужалыҡтарын әкиәт донъяһы, йәннәт баҡсаһына әйләндерә. Ҡапҡа төбөнән башланған гөлдәр күҙҙең яуын алып торһа, бәрәңге баҡсаһының һәр ҡарышында тиерлек төрлө емеш ағастары, ҡыуаҡтар ултыртылған. Был хозурлыҡ таң ҡалдыра һәм мул уңышы менән ҡыуандыра. Сентябрь аҙағы булыуға ҡарамаҫтан, бихисап һуң өлгөрә торған ҡарағат ҡыуаҡтары емештәренән һығылып ултыра. Груша, алма, слива, сортлы барбарис, гөлйемеш, тағы ла беҙгә ят әллә ниндәй ағастарға ҡарап, быларҙы нисек тәрбиәләп өлгөрәләр, көс-дәрт ҡайҙан алалар икән, тип уйлайһың. Алия апай һәр сәскәһе, ағасы янына туҡтап, уларҙың сорты, фәнни исеме, үҫтереү нескәлектәре тураһында тәфсирләп һөйләй. Баҡсаларында бәрәңгенең генә лә әллә нисә сортын ултырта икән улар. Баҡсаның яртыһына күпләп ултыртылған “Заря” сортлы баҡса еләгенең йәй башынан алып әле лә мул уңыш биреп ултырыуын күреп, аһ итәһең. Әлеге мәлдә биҙрә-биҙрә эре еләк йыя икән улар.
— Һәр йәшелсәнең рәт араларын киң ҡалдырып ултыртабыҙ. Шулай иткәндә араларында ел дә рәхәтләнеп йөрөй, ҡояш нурҙары менән дә, тупраҡ ашы менән дә тейешенсә туйыналар. Ағайығыҙ иртә өлгөрә торған ҡурай еләктәрен бөхтәләп киҫеп ҡуйҙы. Ә һуңғыларынан ҡурай еләген әле биҙрә-биҙрә йыябыҙ. Быйыл слива, сейәләрҙе йыйып бөтөрә торған да булманы. Еләктәрҙең мыйыҡтарын киҫеп, араларын йомшартып торорға кәрәк, ике йыл һайын түтәл “күсеп йөрөһә” генә уңыш мул була һәм сорт үҙенсәлеген юғалтмай. Эре “Фестиваль” еләген дә яратып үҫтерәм. Улар ҙа бер түтәлдә ике-өс йылдан артыҡ ултырырға яратмай. Теплица-парниктарыбыҙ ҙа өсәү, унда баклажан, помидор, ҡыяр түтәлдәре лә һәр йылды “күсенеп йөрөй”. Ҡыярҙың “Адам”, помидорҙың “Добрый молодец”, “Клуша”, “Сердцеед” сорттарына өҫтөнлөк бирәм — ошо томат сорттары “Ғ” түгел, орлоҡтарын алып ҡулланһаң да буш булмаясаҡ. “Монгольский карлик”, “Веселый гном” сортлы помидорҙарҙы ла үҫтерергә яратам, — тип яратҡан шөғөлө тураһында ихлас һөйләне уңған хужабикә.
Хужалар баҡсасылыҡ буйынса журналдарҙа ғына күреп булырҙай ауыл өйөнөң баҙына алып инеп китте. Уңайлы, иркен итеп яһалған баҙҙағы запастарҙы һанап ҡараһаң, нисә йылға етерлек икән! Был тиклем дә уңғанлыҡҡа иҫең китер!
Өфөлә үҙ тормоштары менән йәшәүсе улдары Данил, Айрат та ата-әсәһенә ҡайтып ярҙамлаша. Бирелә эшләп, тәбиғәттән көс-дәрт алып китәләр. Улар ҙа бының бер-береһен сикһеҙ һөйгән ата-әсәләренең күңел йылыһы, ерҙе яратыу аша барлыҡҡа килтерелгән баҡса, булдыҡлылар донъяһы икәнен бик яҡшы белә һәм рәхмәтле.
Беҙҙе оҙатып йөрөгән Иҫке Таҙлар ауылы китапханасыһы Әнибә Лотфулла ҡыҙы Шафиҡова ла ауылда Йәсәүиевтар кеүек уңған, гүзәллек тыуҙырыусы ғаиләләрҙең күберәк йәшәүен теләне:
— Үҙҙәре генә үҫтереп ҡалмай, ауылдаштарыбыҙға ла орлоҡ-үҫентеләрҙе ҡыҙғанмайынса өләшәләр.Ихтирамлы кешеләр улар, — тип Алия апай менән Фәнәүи ағайҙы маҡтау һүҙҙәренә күмде.

Миләүшә Әхмәтйәнова.
Читайте нас: