— Рөстәм Әхмәт улы, Һеҙҙең район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнеүегеҙгә бер йылдан артыҡ ҡына ваҡыт үтте. Яңы вазифағыҙҙа үҙегеҙ өсөн билдәләнгән беренсел маҡсаттар ниндәй ине, Һеҙ уларға ирешә алдығыҙмы?
— Элекке вазифам буйынса мин республиканың барлыҡ райондары менән таныш инем, улар менән тығыҙ элемтәлә булдым. Борай районы ла шул иҫәптә. Икенсенән, мин бит ауыл балаһы (йылмая). Белеп тораһығыҙ — ауыл балалары бар эште лә тиерлек күреп-белеп, эшләп үҫә — биреләге тормош, йәшәү йүнәлеше минең өсөн яңылыҡ түгел. Ә беренсел маҡсаттарға килгәндә, райондағы хәлдәр менән тәрәндән танышып, иң ауыр, көнүҙәк мәсьәләләрҙе сисеүҙән башларға кәрәк, тигән уйҙа торҙоҡ. Эште шулай башланыҡ та.
— Иң ауыр, көнүҙәк мәсьәләләр ниндәй инде ул?
— Тик ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай, ти мәҡәл. Мәғәнәһен аңлап тораһығыҙ: бер нәмә лә эшләмәһәк, алға китеп булмаясаҡ. Сәнәғәт-иҡтисади яҡтан Борай — ауыл хужалығы районы. Беҙҙең байлыҡ — аяҡ аҫтында, тупраҡта. Шуға ауыл хужалығына инвесторҙар йәлеп итеүҙе беренсел маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. 2019 йылда итальяндарҙың “Cremonini Group” (“Группо Кремонини”) компанияһы менән берлектә иткә малдар һимертеү өлкәһендә “Бурай Биф” оҙаҡҡа һуҙылған инвестпроект ғәмәлгә ашырыла башланы. Ул О. Ғәйфетдинова крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында эшләй. Әлеге көндә унда 1200 баш үгеҙ бар. Йыл аҙағына тиклем йәнә 1600 баш үгеҙ ҡайтарылыуы көтөлә һәм 1000 башҡа иҫәпләнгән икенсе мал һимертеү майҙаны төҙөлөшө башланды. Ә быйыл “Колос” хужалығына инвестор килде һәм уның ярҙамында етештереү, майҙандарҙы арттырыу эше көйләнде.
Дөйөм алғанда, райондың ауыл хужалығы өлкәһендә туғыҙ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, ике ауыл хужалығы етештереү кооперативы, 52 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм алты ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы бар. Ағымдағы йылда 49431 гектар майҙанда сәсеү сәселде. Әлеге ваҡытта мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланып бара.
Һуңғы йылдарҙа республиканың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тойомло ярҙам булыуын күҙҙә тотоп, районда сәсеүлек майҙандарын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Быға ирешер өсөн көслө, заманса техника кәрәк. Йыл башынан район хужалыҡтары барлығы 52 миллион һумға 15 берәмек техника һатып алды. Иң күп техникалы “Колос” хужалығы булды. Быға “Росагролизинг” ташламалы программаһы ярҙамында ирешелде.
Шулай уҡ йыл башынан 8696 тонна һөт, 609 тонна ит етештерелгән. Районда романов тоҡомло һарыҡтар үрсетеп, нәҫел репродукторы статусын алған “Золотое руно” йәмғиәте булыуы ла яҡшы. 2019 йылда район Ауыл хужалығы министрлығының төрлө программаларында әүҙем ҡатнашты һәм 11 грант отоуға иреште. Гранттарҙың тулайым хаҡы 32,5 миллион һум тәшкил итте. Был аҡсаларға һөт һәм ит йүнәлешендә 300 баш мөгөҙлө эре мал, биш МТЗ тракторы һәм төрлө йыһаз һатып алынды. Ә ағымдағы йылда биш кеше дөйөм суммаһы 19 миллионлыҡ грант отто.
— Ауыл хужалығындағы ыңғай үҙгәрештәр һөйөндөрә. Әммә һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең райондан ситкә сығып китеүе, балаларҙың аҙ тыуыуы, райондың республикала иң “ҡарт” райондарҙың береһе булыуы бер кемгә лә сер түгел. Быға Һеҙ ниндәй ҡарашта?
— Был проблема Борайға ғына хас тимәҫ инем. Беренсенән, кешегә эш урыны кәрәк. Иртәгәһе көнгә ышанысты бары тик даими һәм бер ни ҡәҙәр күләмдә эш хаҡы булған эш урыны булыу ғына тыуҙыра. Икенсенән, социаль инфраструктура булырға тейеш. Хоҙайға шөкөр, Борайҙа заманса төҙөлгән мәктәптәр, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, бассейн, дауахана, дарыуханалар бар. Сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй. Уҙған йыл аҙағында 95 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде. Әммә төҙөк юлдар, сифатлы эсер һыу проблемалары әлегә асыҡ ҡала. Ләкин беҙ тик тормайбыҙ. Район өсөн мөһим мәсьәләләрҙе аҡрынлап хәл итер өсөн төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Республиканан ярҙам һораһаҡ, кире ҡаҡмайҙар. Тырыш ҡына, эшлә генә — ярҙам буласаҡ. Әлеге ваҡытта Борайҙың “Көнсығыш”, Дүсмәт ауылының “Яр буйы” микрорайондарында “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы нигеҙендә күләмле эштәр башҡарыла.
— Рөстәм Әхмәт улы, тимәк, республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы районда тулы көсөнә бара.
— Ауылдарға ингән ерҙә ауыл исеме, уға нигеҙ һалынған йыл күрһәтелгән стела торһа, ниндәй матур.Ҡайһы бер ауылдарҙа ул бар. Булмағандары өҫтөндә эш алып барабыҙ. Бер нисә урынға ағастан эшләнгән һындар урынлаштырҙыҡ. Аҙна һайын “Таҙалыҡ өмәләре” үткәрәбеҙ. “Башҡорт ихаталары” махсус программаһы буйынса уҙған йыл биш күп фатирлы йорттоң биш ихатаһы төҙөкләндерелһә, 2020-2021 йылдарҙа шулай уҡ биш күп фатирлы йортто берләштергән бер ҙур ихата эшләнә.
— Уҙған йылдың мартында республика Башлығы Радий Хәбиров килгәндә, Борайҙа сифатлы эсер һыу булдырыу мәсьәләһе күтәрелгәйне.
— Проблема сиселәсәк. Республика Хөкүмәте тарафынан 43 миллион һум аҡса бүленде. Әлеге ваҡытта проект эшләнә. Яңы һыу скважинаһы булдырыласаҡ.
— Районда ниндәй милли проекттар тормошҡа ашырыла?
— Беҙ 13 федераль милли проекттың етеһендә, йәғни “Демография”, “Сәләмәтлек”, “Мәғариф”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Һанлы иҡтисад”, “Мәҙәниәт”, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын хуплау” милли проекттарында ҡатнашабыҙ. Быларҙан тыш 25 төбәк милли проектына ҡушылдыҡ.
— Аҙна һайын "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" лә үткәрәһегеҙ.
— Әлеге көндә районда 416 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе теркәлгән. Улар йәшәйештең төрлө өлкәләрендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтә. Үткән йылда был өлкәлә үҫеш күҙәтелде, быйыл иһә, коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, туғыҙ кеше үҙ эшен асты.
— Тимәк, 90 йыллыҡ оло юбилейын район проблемалары байтаҡ булһа ла, ярайһы ғына уңыштар менән ҡаршылай.
— Эйе, һөйөнөрлөк, ғорурланырлыҡ урындар бар. Борайҙың данлы үткәнен, билдәле шәхестәр төйәге икәнен дә онотмайыҡ. Бирелә эшсән һәм тырыш халыҡ йәшәй. Проблемалар ҙа алға аҙым яһар өсөн бер этәргес булып тора. Алдан әйтеүемсә, иң мөһиме, ана шул тик ятҡан ташҡа әйләнмәҫкә.
Борай ерендә һәм ошонда тыуып, яҙмыш ҡушыуы буйынса ситтә йәшәгән яҡташтарҙы райондың 90 йыллыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайым һәм ғаиләләренә именлек, муллыҡ, бәрәкәт теләйем!
— Рөстәм Әхмәт улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!