Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2020, 15:10

Яуаплы, тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләре

Асҡын линия-техник цехы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итте

Кисә, 7 майҙа, Радио, телевидение һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Хәҙерге заманда элемтә технологиялары көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Йәшәйешебеҙҙе интернет, телефон, радио һәм телевидениенан башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Улар тормошобоҙҙо тулыландыра һәм күпкә уңайлы итә. Социаль әһәмиәттәге объекттар — мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм башҡа ойошмаларға юғары тиҙлектәге интернет үткәрелә, унан район үҙәгенән йыраҡ йәшәгән ауылдарҙа ла халыҡ файҙалана. Был замандың көндән-көн алға барыуы һәм, әлбиттә, район элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре башҡарған тынғыһыҙ, ауыр һәм яуаплы хеҙмәт менән бәйле.
Әлеге көндә Асҡын линия-техник цехында 20 кеше эшләй. Ҙур, тырыш коллективты йәш, инициативалы, талапсан Ридан Миңлетәблис улы Ғайсин етәкләй. Цехтың һөҙөмтәле эшләүендә, ҡуйылған пландарҙы үтәүендә үҙ эшенең оҫталары, тәжрибәле белгестәр — электр элемтәһе инженеры Илдар Миңлемәтин улы Ғаббасовтың, 2-се категориялы инженер Рәфис Миңлеғоловтың хеҙмәт өлөшө ҙур. Уларҙың эште ойоштора белеүе, дөрөҫ йүнәлеш биреүе арҡаһында электромонтерҙар, электромеханиктар, кабельщиктар район халҡын өҙлөкһөҙ сифатлы элемтә менән тәьмин итеү өсөн бар тырышлығын һала. Элемтәселәрҙең көндәлек хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһендә яңы технологиялар индерелә, хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра, абоненттар һаны арта. Әлеге коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысына бәйле үҙизоляция көндәрендә лә хеҙмәткәрҙәр һаҡланыу сараларын үтәп, һәр көн үҙҙәренең тынғыһыҙ һәм яуаплы эшен башҡара.
Байрамдары уңайынан тәжрибәле, һөнәрҙәренә бар оҫталығын, белемен һалған хеҙмәткәрҙәр — электромеханиктар Илдус Исламов, Вадим Садриев, Рәсимә Чернышеваны, электромонтерҙар Ришат Вәлиуллин, Фәйзулла Хужиев, Шәмғүн Зарафетдинов, Данис Ғәйнетдинов, Фидан Махатов, Евгений Шумковты, кабельщиктар Ирек Тимерғәлиев, Наил Вәлинуровтың тырыш хеҙмәтен билдәләп үтке килә. Йәш белгестәр: Альберт Зәкриев, Илназ Ғәделисламов, Сирень Мәзитов та өлкән хеҙмәттәштәре ярҙамында тәжрибә туплай. Водителдәр Филзәт Әйүпов, Рәфит Басимов, Валерий Ғәҙелшиндың да халыҡ ихтыяжын, заявкаларын үтәүҙә хеҙмәт өлөшө ҙур. Уларға ышанып тапшырылған техника һәр ваҡыт төҙөк, ҡараулы һәм һәр көн иң йыраҡ ауылдарға сығырға ла әҙер.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар архивтан алынды.
Читайте нас: