Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Март 2020, 18:11

Әсәйҙәргә бағышлап

Солтанай мәҙәниәт йортонда гүзәл заттарға арнап матур кисә ойошторолдо

Яҙҙың тәүге байрамы — 8 Март районыбыҙ мәҙәниәт усаҡтарында гөрләп үтте. Солтанай мәҙәниәт йортонда ла был көндө гүзәл заттарға арнап матур кисә ойошторолдо.
Мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Фидания Шәйхетдинова етәкселегендә бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнде. Мәғариф ветераны Реваль Ғәтиәт улы Әхмәтйәнов ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, ныҡлы һаулыҡ, тыныс, имен тормош теләне. Алһыу Йосопова менән Илүсә Суфиянованың, Сөғдә Гәрәева һәм Рәмзил Фазлыевтың, Зилә Шәйнурованың, Альбина Зәйнуллинаның әсәйҙәргә арналған йырҙары, шиғырҙар күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Уҡыусылар Ынйы Сәләхетдинова, Зинира һәм Азалия Йосоповалар ҙа ҡәҙерле кешеләренә йырҙар, бейеүҙәр бүләк итте. “Сулпылар” фольклор коллективы сәхнәләштергән “Аулаҡ өй” әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе йәшлек йылдарына алып ҡайтты. “Һандуғас” вокаль ансамбленең моңло йырҙары ла әсәйҙәргә бағышланды. Байрамдан ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы. Аталы-уллы Айнур һәм Рауил Шәйхетдиновтар байрам менән ҡотлап, матур йырҙар, моңло көйҙәр бүләк итте.
Был көндө мәҙәниәт усағытамашасылар менән шығырым тулы ине. Гүзәл заттарыбыҙға арналған кисәгә Яубүләк, Ҡыйғаҙы, Упҡанкүл, Асҡын ауылдарынан ҡунаҡтар килгән, ҡаланан ҡайтыусылар ҙа байтаҡ ине. Тамашасылар ойоштороусыларға, һәүәҫкәр артистарға байрам бүләге өсөн рәхмәт әйтте.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: