Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Март 2020, 12:33

Әсәйҙәргә бағышлап

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында 8 Март байрамына арналған иртәлектәр үтә

Яҙҙың иң күңелле, яҡты байрамы — 8 Март етеп килә. Ошо көндәрҙә белем усаҡтарында, балалар баҡсаларында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрамдар, иртәлектәр үтә.
Асҡын 2-се балалар баҡсаһында ла әсәйҙәргә арналған иртәлектәр үтә. Һәр төркөм балалары иң ҡәҙерле кешеләренә бағышлап шиғырҙар һөйләй, матур йырҙар, бейеүҙәр башҡара.
Кисә “Тамсыҡай” кесе йәштәгеләр төркөмөндә лә байрам бик үҙенсәлекле үтте. Кескәйҙәр шаян Клоун ҡатнашлығында биремдәр үтәп, теләктәрҙе тормошҡа ашыра торған тылсымлы ағасты эҙләп тапты. Байрам аҙағында Клоун кескәйҙәрҙе тәмлекәстәр менән һыйланы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: