Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
14 Февраля 2020, 06:43

Һоҡланғыс матур пар

Фәнзиә һәм Реваль Әхмәтйәновтарҙың бәхет сере — татыулыҡта, берҙәмлектә

Асҡын районының Солтанай ауылында ғүмер итеүсе Фәнзиә Һәм Реваль Әхмәтйәновтарҙың татыу, тырыш, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бар ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған улар, хаҡлы ялда ла тынғыһыҙ тормош менән йәшәйҙәр.
Фәнзиә һәм Реваль Әхмәтйәновтар икеһе лә Солтанай ауылынан. Бала саҡтары ла, йәшлек йылдары ла бергә үтә. Фәнзиә Әмерхән ҡыҙы — Бөрө дәүләт педагогия институтын, Реваль Ғәтиәт улы Сибай педагогия училищеһын тамамлай. Икеһе лә хеҙмәт юлын Мутайылға мәктәбендә башлай. Бер-береһен күптән оҡшатып, яратып йөрөгән йәштәр шул йылдарҙа ғаилә ҡора. Өс йыл эшләгәндән һуң, Фәнзиә Әмерхән ҡыҙын тыуған мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай йәш ғаилә тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Фәнзиә Әмерхән ҡыҙы яуаплы вазифала алты йыл эшләй, балаларға химия һәм биология фәндәренән төплө белем бирә, мәктәп яны тәжрибә участкаһын да етәкләй. Ул йылдарҙа белем усағы баҡсаһы гөрләп үҫә, мул уңыш бирә, гел алдынғылыҡта була. Үҙ эшен яратып башҡарған, талапсан уҡытыусы үҙ өлгөһөндә балаларҙы хеҙмәт һөйөргә өйрәтә, баҡсасылыҡ серҙәренә төшөндөрә, тәбиғәткә, әйләнә-тирәгә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләй. Уның тырыш хеҙмәте Мәғариф министрлығының, мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән билдәләнгән, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеме бирелгән.
Реваль Ғәтиәт улы мәктәптә физик культура, хеҙмәт, һыҙма, тарих дәрестәренән уҡыта. Ул йәш быуында спортҡа һөйөү, эшһөйәрлек тәрбиәләй, сәләмәт тормош алып барырға өндәй. Уҡыусылары бөгөн дә Фәнзиә Әмерхән ҡыҙының һәм Реваль Ғәтиәт улының ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле, тормош менән бәйле дәрестәрен һағынып иҫкә ала. Күбеһе уларҙан өлгө алып уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
Замана елдәре ҡағылып, Солтанай туғыҙ йыллыҡ мәктәбе Асҡын 2-се урта мәктәбе филиалына әйләнә, артабан башланғыс кластар ғына ҡала. 2012 йылда Әхмәтйәновтар икеһе лә хаҡлы ялға сыға. Ләкин эшләгән йылдарында ла йәмәғәт эшендә ҡайнаған, клубта үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ғаилә тынысланып ҡалмай. Реваль Ғәтиәт улы 1968 йылдан башлап урындағы участка һайлау комиссияһында эшләй, уның алыштырғыһыҙ рәйесе.
Әхмәтйәновтар ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Ата-әсә балаларын үҙ өлгөһөндә эшкә өйрәтеп, маҡсатсан, тәртипле итеп тәрбиәләй. Хәҙер һәр береһенең яратҡан эше, ғаиләһе бар, балалар үҫтерәләр. Ике ейәнен һәм өс ейәнсәрен һөйөп ҡыуана бәхетле олатай менән өләсәй. Тәмле аш-һыуҙарын әҙерләп, ялға ҡайтҡандарын һағынып көтөп торалар.
Әйткәндәй, Фәнзиә Әмерхән ҡыҙы аш-һыуға бик оҫта. Уның телде йоторлоҡ тәмле ҡоймаҡтарын, ҡамыр ризыҡтарын кем генә тәмләп ҡарамағандыр. Эшләгән сағында уҡ һабантуйғамы, берәй байраммы, сара үтәме — уның ҡоймаҡтары табын күрке була. Төрлө салаттар, тоҙланмалар әҙерләргә лә бик оҫта ул. Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Йәй көнө уларҙың йорт тирәһе ҡояштай балҡып, шау сәскәлә ултыра. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй уларҙа. Быларҙың барыһы ла Әхмәтйәновтарҙың берҙәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Фәнзиә Әмерхән ҡыҙының тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”. Ул йәштән үк спорт менән шөғөлләнә — тәжрибәле саңғысы. Уҡыған сағында ла, эшләгәндә лә район ярыштарында ҡатнашып, гел 1-се урындарҙы яулай. Хаҡлы ялда ла ул спортҡа булған һөйөүен ташламай. Ҡыш буйына бер көн дә ҡалдырмай — сатлама һыуыҡмы, буранмы, 15 километрлап юл үтә. “Мин шул тиклем тәбиғәтте яратам, бигерәк тә ҡыш көнөн, саңғыла йөрөп, әйләнә-тирәбеҙҙәге гүзәллеккә һоҡланып, шатланып, йәнемә тыныслыҡ, рәхәтлек алам. Хәрәкәт итеү аяҡ-быуындар өсөн дә, тотош организмға файҙалы бит”, — тип ихлас һөйләй ул яратҡан шөғөлө тураһында.
Әхмәтйәновтарҙың ғаилә ҡороуына 44 йыл булған. Быйыл Реваль Ғәтиәт улы үҙенең 70 йәшлек юбилейын да билдәләне. Бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлаған был һөйкөмлө парҙан бәхет серен һорағас:
  • Тормош юлында төрлө ваҡыттар була. Ауыр саҡтарҙа бер-береңә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булып, сабыр итеп, икеңдең дә фекерен иҫәпкә алып, кәңәшләшеп, аңлашып йәшәргә кәрәк. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым, бик аҡыллы кеше булды, балаларыбыҙ ҙа һәр береһе тормошта үҙ урынын, юлын тапты, хәҙер ейәндәребеҙгә һоҡланып, шөкөр итеп ғүмер итәбеҙ. Беҙ байлыҡҡа түгел, татыулыҡҡа ынтылып йәшәнек. Ғүмер уртаһына еткәс һәр кем төп байлыҡтың балалар, ейәндәр, туғандар икәнен аңлайҙыр. Хоҙай шул бәхеттән айырмаһын, — тине Фәнзиә апай.
  • Илһөйәр Махатова.
    Земфира Хәлилова фотолары.
    Читайте нас