Яңы йылды һәр саҡ ҙур тулҡынланыу менән көтөп алам. Алдан яҡындарыма бүләк әҙерләйем, уға иң изге теләктәремде яҙам. Үҙем сәйәхәт итергә, күберәк матур, иҫтәлекле урындарҙа булырға, күңелемә илһам, көс-дәрт алырға яратҡас, Яңы йылды яңы урындарҙа ҡаршыларға тырышам.
Быйыл да шулай булды. Дуҫтарым менән Ҡариҙел районында матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ял итеү базаһында ҡаршы алдым. Сәғәт уҡтары 12-гә еткәнен тышта сағыу итеп биҙәлгән, төрлө төҫтәргә инеп, бар донъяны нурлап торған Шыршы эргәһендә изге теләктәр теләп көттөк. Йылды нисек ҡаршы алаһың, ул шулай үтә, тиҙәр. Шуға мин яҡшы уй-ниәттәр менән, күңелемдә тик изгелекте ҡалдырып ҡаршы алам.