Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар 2020, 12:54

Конкурс башланды: тауыш бирергә онотмағыҙ!!!

Мин, Фидания Фәрдәт ҡыҙы Йосопова, Урмияҙ ауылында йәшәйем. Ауыл мәҙәниәт йортонда методист булып эшләйем.

Яңы йылды ғаиләм менән көтөп алабыҙ. Балалар менән бергәләп шыршы биҙәйбеҙ. Алдан кис ултырып күп итеп билмән яһайбыҙ. Байрам табынына һәр йылды яңы салаттар әҙерләйем һәм, әлбиттә, мейестә бешкән ҡаҙ була!
Мәҙәниәт хеҙмәткәре булғас, Яңы йыл сағыу байрамдары, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, төрөл ярыштар, уйындар менән дә иҫтә ҡала.
Читайте нас: