Яңы йылға аяҡ баҫҡан сихри мәлдә һәр ҡайһыбыҙ мөғжизәгә ышана, байрамды үҙенсәлеклерәк, иҫтә ҡалырлыҡ итеп, яҡын кешеләре менән үткәрергә тырыша. Быйыл Асҡындан Фәғилә Фәтхуллина Яңы йылды Ғәрәп Әмирлектәрендә Дубай ҡалаһында ҡаршы алды. Унда ҡыҙы Луиза, кейәүе Рөстәм, ейән-ейәнсәре һәм ҡоҙағыйы менән ял итергә барҙы.
Быйыл беренсе тапҡыр Яңы йылды өйҙән ситтә ҡаршы алдым. Бик күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ ял булды. Бирелә Яңы йыл кисендә матур, ҙур шыршылар биҙәп, яр буйында өҫтәлдәр ҡуйып, күңелле музыка менән туристар өсөн байрам ойошторҙолар. Һауа торошо эҫе булды, рәхәтләнеп һыу ҡойондоҡ, ҡыҙындыҡ, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Фәғилә Нурулла ҡыҙы.