Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Байрамдар
16 Января 2020, 07:48

Конкурс башланды: тауыш бирергә онотмағыҙ!!!

Мин, Руфина Альберт ҡыҙы Мәхмүтова , Асҡын ауылында банкта эшләйем.

Тормош иптәшем Рәшит Тимерзаһит улы менән Амелия һәм Алиана исемле ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Улар өйҙә шыршы ҡуйғанды көтөп ала. Ҡуйғас, шул тиклем ҡыуаналар, аҙаҡ гөр килеп, шатланып бергәләп биҙәйбеҙ, гирлянда ла ҡабыҙабыҙ. Ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй, ҡыҙҙарыбыҙ ошо шыршы тирәләй йөрөй. Беҙ, әлбиттә, шыршы аҫтына Ҡыш бабайҙан бүләк әҙерләйбеҙ.
Йола буйынса байрам өҫтәленә йыл да ит менән бәлеш бешерәм, мотлаҡ “Оливье” салаты һәм башҡа тәмлекәстәр әҙерләйем. Яңы йыл алдынан ата-әсәйебеҙгә шылтыратып, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай яҡшы кәйефтә, изге ниәттәр һәм киләсәккә матур пландар менән Яңы йылды ҡаршы алдыҡ.
Читайте нас