Яңы йыл алдынан өйҙә түшәмгә үк тейеп торған шыршы ҡуйып, матур итеп биҙәү — бала саҡ хыялым. Инде үҙем өс бала әсәһе булараҡ, балаларыма ошо ҡыуанысты, иҫ киткес сағыу тәьҫораттарҙы бүләк итә алыуыма сикһеҙ шатмын. Хәҙер йыл да байрам алдынан өй түрендә мең төрлө уттар менән баҙлап янған, сағыу итеп биҙәлгән йәшел ҡупшыҡай урын ала. Ул барыбыҙға ла Яңы йыл етеүен иҫкәртеп, байрам кәйефе бүләк итә. Шыршыны , өйҙө бергәләп биҙәү, бер-беребеҙгә бүләктәр әҙерләү күптән ғаиләбеҙҙең матур йолаһына әйләнде.