Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар 2020, 12:43

Конкурс башланды: тауыш бирергә онотмағыҙ!!!

Мин, Нурия Шәисламова, Иҫке Балтас ауылы ҡыҙы.

Мин, Нурия Шәисламова, Иҫке Балтас ауылында тыуып үҫтем. Хәҙерге ваҡытта Чайковский ҡалаһында фармацевт һөнәрен үҙләштерәм. Тыуған яғымды бик яратам һәм һағынам. Ҡыштың сатлама һыуыҡтарына ҡарамаҫтан, ғаиләбеҙ менән был миҙгелде бик яратабыҙ. Ҡыш Яңы йыл байрамын да алып килә.
Яңы йыл алдыннан Балтас мәҙәниәт һарайында бал-маскарад ҡуйыла. Әсәйем мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, мин йыл да ошо кисәлә ҡатнашам. Атайым менән һеңлеләрем беҙҙе өйҙә табын әҙерләп көтөп тора.
Яңы йылды шулай ҡаршылау — беҙҙең ғаилә өсөн ғәҙәти хәл.
Читайте нас: