Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар 2020, 12:32

Конкурс башланды: тауыш бирергә онотмағыҙ!!!

Мин, Ләйсән Фәнил ҡыҙы Сәлихова, Асҡын ауылында йәшәйем. Үҙ эшем бар. Беҙҙең компания пластик тәҙрәләр һәм ишектәр һатыу һәм ҡуйыу менән шөғөлләнә.

Яңы йылды күбеһенсә өйҙә ғаиләм менән ҡаршы алам. Бер-беребеҙгә бүләктәр бирешеү, ҡунаҡ саҡырыу, ҡунаҡҡа барыу, хәл белешеү матур йолаға әйләнгән.
Мин байрам табынына салаттар әҙерләргә яратам. Быйыл 9 төрлө салат эшләнем. Бала саҡтан килгән тағы ла “тәмле” йола — мейестә алма, ҡара емеш менән тултырылған ҡаҙ бешереү. Бер яңы йыл табыны ла беҙҙең ошо мейестә ҡурылып бешкән ҡаҙһыҙ үтмәй. Әсәйем йыл да күп итеп ҡаҙ үҫтерә һәм Яңы йылға тип айырым алып ҡуя. 2020 йылды ла ошо йолаларҙы үтәп, матур итеп ҡаршы алдыҡ.
Читайте нас: