Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар 2020, 12:26

Конкурс башланды: тауыш бирергә онотмағыҙ!!!

Мин, Фәнисә Хәсәнйән кыҙы Йосопова, Урмияз ауылында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем.

Яңы йыл — ғаилә байрамы. Беҙ 2020 йылды бар туғандар менән йыйылып, 96 йәшлек ҡайным, Бөйөк Ватан һуғыш ветераны Муллахан Ғәлихан улы Йосопов менән бергә ҡаршыланыҡ. Бар туғандар йыйылыу — үҙе бер гүмер. Балалар ҙа: “Олатай иҫән саҡта уның менән бергә ҡаршылайыҡ”, — ти.
Йылдағыса йола буйынса байрам табынына ауыл мейесендә ҡаҙ бешерҙек.
Сәғәт 12 тулғас, салют аттыҡ, тюбинг та шыуып алдыҡ. Тормош иптәшем Рауфан Муллахан улының Ҡыш бабай булып кейенеп инеүе барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән бүләк булды.

Читайте нас: