Яңы йыл көтөп алған ғаилә байрамы. Алдан уҡ әҙерләнә башлайбыҙ: балалар ҡағыҙҙан төрлө уйынсыҡтар эшләй, матур-матур ҡар бөртөктәре киҫә, бергәләп йыл да шыршы, шулай уҡ йортобоҙҙо ла биҙәйбеҙ.
Байрам өҫтәлен дә ихлас күңелдән әҙерләйбеҙ. Алдан уҡ барыбыҙ ҙа бергәләп, кис ултырып, билмән эшләйбеҙ. Һәр кем үҙенә оҡшаған салатты тәҡдим итә, һөҙөмтәлә биш төрлө салат килеп сыға.Шулай, Яңы йыл алдынан ғаиләбеҙ мәж килә.