Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар 2020, 12:03

Айгөл Фәрзәт ҡыҙы Саҙрыева

Мин, Айгөл Фәрзәт ҡыҙы Саҙрыева, Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.

Яңы йылды Яңы Балтас ауылында ата-әсәйем, туғандар менән ҡаршы алабыҙ. Алдан үҙем сценарий яҙам, туғандар араһында уңыштарҙы барлайым, күңелле йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеп, уйындар уйнап үткәрәбеҙ был байрамды. Матур итеп бай табын ҡорабыҙ.
2 ғинуарҙа бергәләп Асҡын районына “Танып” шифаханаһына аквапаркка барабыҙ, туйғансы һыу инеп, ял итеп ҡайтабыҙ. Яңы йыл каникулдары ла күңелле һәм файҙалы үтә.
Читайте нас: