Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Декабрь 2019, 19:00

Әсәйҙәргә — байрам бүләге

Солтанай ауылында Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үтте. Тулыраҡ материалды һылтанма буйынса сайтҡа инеп уҡығыҙ:

Үткән ялда Солтанай, Упҡанкүл, Ключи ауыл клубтары берләшеп, Солтанай ауылында Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үткәрҙе.
Байрамды Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев асып, әсәйҙәрҙе күркәм байрам менән ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ Район клуб-китапхана системаһы директоры Илсур Ғилфанов та ауылдаштарын тәбрикләне һәм имен тормош, әсә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләне.
Байрам концерты бай йөкмәткеле булды. Солтанай клубының “Һандуғас” һәм “Ынйылар” вокал коллективтарының моңло йырҙары, Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң “Егәрле килендәр” бейеү коллективы башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр, Яубүләк башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Розалия Шәйхинурованың әсәйҙәр тураһындағы шиғыры алҡыштарға күмелде. Шулай уҡ Алһыу Йосопова менән Илүсә Суфиянованың, Анастасия Иглинаның, Зилә Шәйнурованың, Рауил Шәйхетдиновтың һәм Солтанайҙың йыр-моң һөйөүсе егеттәренең ҡәҙерле кешеләребеҙгә арналған йырҙары күңелдәргә үтеп инде.
Байрамдан мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Ынйы һәм Фәнзәлиә Сәләхетдиновалар, Лиана Ғаббасова, Аделина Ғарифуллина, Инзил Нурғәлиев, Наҙгөл Әминева ғәзиз кешеләренә изге теләктәрен йыр-бейеүҙәр аша еткерҙе.
Сараны матур һүҙҙәр һәм шиғыр юлдары менән Диана Шәйнурова һәм Ынйы Сәләхетдинова алып барҙы. Бай йөкмәткеле концерт әсәйҙәргә матур бүләк булды.
Был көндө оҫта хужабикәләрҙең ҡул эшенән күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: