Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Ноябрь 2019, 16:52

Дуҫлыҡ тантана итһен

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – сағыштырмаса яңы билдәләнә башлаһа ла, дәүләтебеҙ өсөн бик әһәмиәтле байрам. Үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланған һәр кем өсөн ҡәҙерле был көн.

2005 йылдан алып 4 ноябрь Рәсәйҙә ял көнө булып иҫәпләнә. Ә һеҙ байрамдың тарихын беләһегеҙме? Йәмғиәттә ул элекке 7 ноябрь байрамын алмаштырҙы тигән фекер йәшәй. Был дөрөҫ түгел.
4 ноябрь көнөнөң тәрән тарихи тамыры бар. Батша Алексей Романов заманында уҡ ул Ҡазан Аллаһ Анаһы байрамы тип билдәләнгән. Икенсенән, 1612 йылдың 22 октябрендә, яңы стиль буйынса 4 ноябрҙә, халыҡ Түбәнге Новгород сауҙагәре Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендә Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат иткән. Был иҫтәлекле ваҡиға Рәсәй тарихында ауыр ваҡыттарҙың тамамланыуы, берҙәмлектең еңеүе менән бәйле. Башҡортостан халҡы ошо еңел булмаған осорҙа Рәсәй дәүләтенә тоғро ҡала һәм илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша.
Күренеүенсә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Тап ошо берҙәмлек кеүек матур сифат Рәсәйҙе баҫҡынсыларҙан ҡурсалап ҡалырға ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең дә тап берҙәмлек көсө менән яуланғаны һәр беребеҙгә билдәле.
Бөгөн халыҡтар берҙәмлеге бер-береңдең теленә, диненә, мәҙәни ҡомартҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй. Тыуған республикабыҙҙың киләсәктә лә тотороҡло үҫеш, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө күрһәтеп, Рәсәйҙең ҡеүәтле терәге булырына ышанабыҙ. Байрамдың маҡсаты ла бит быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер итеп үҫтереү, һәр кемде дуҫлыҡҡа өндәү.
Тик шулай ҙа берҙәмлек бер төрлөлөк, фекер һәм ҡараштар бер үк булырға тейеш тигәнде аңлатмай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә – төрлө һәм ҡабатланмаҫ. Иң мөһиме – беҙҙе тыуған еребеҙгә һөйөү, илебеҙҙе уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә.
Замандаштарыбыҙ был байрамдың әһәмиәтен йылдан-йыл нығыраҡ аңлай бара. Ул беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/du-ly-tantana-it-en/
Читайте нас: