Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Октябрь 2019, 13:29

Мин — ауыл ҡатын-ҡыҙы

Балтас районы Тушҡыр ауылында йәшәүсе шундай рухлы, дәрт-дарманлы мәғариф ветераны Гөлшат апай Ихсанованы белмәгәндәр һирәктер. Матурлыҡҡа ғашиҡ шиғри күңелле Гөлшат апай бөгөнгө байрам — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө уңайынан бик матур шиғыр яҙып, редакциябыҙға ебәргән. Уның ижад емешен байрам бүләге итеп ҡабул итегеҙ, хөрмәтле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!Шиғырын түбәндәге ссылка буйынса сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ

Мин — ауыл ҡатын-ҡыҙы


Мин ауылда тыуып-үҫтем

Һәм йәшәйем ауылда.

Шуға күрә ғөрөф-ғәҙәт,

Көнкүрешем ауылса.

Шыршы еҫе килеп торған

Йәшәйем ағас өйҙә.

Бауланған һуған, мәтрүшкә

Эленеп тора сөйҙә.

Ярып бешергән бәрәңге

Нәҡ ауылса өҫтәлдә.

Һөтлө сәйем, баллап-майлап

Рәхәтләнеп эс әйҙә.

Душ-ваннаға иҫем китмәй,

Ауылда мунса инәм.

Ниндәй ләззәт сабыныуы

Ҡайын миндеге менән.

Ҡаланан ҡунаҡ ҡайтһа ла,

Мунса яғабыҙ ҙурлап.

Бер кеше лә киткәне юҡ

Ауыл мунсаһын хурлап.

Бына шулай йәшәп ятҡан

Мин ауыл ҡатын-ҡыҙы.

Тик шулай ҙа, кәрәк икән,

Булам сәхнә йондоҙо.

Яулыҡты баштан һалам да,

Сәстәремде күпертәм,

Ҡаштарҙы Хоҙай яһаған,

Тырнаҡтарға лак һөртәм.

Ауыл ҡатын-ҡыҙы булып

Йәшәү тора шуныңдан:

Бала ҡарау, йорто, малы —

Бар ҙа килә ҡулынан.

Батыр ҙа, матур ҙа булып

Эшләп йәшәйбеҙ эшен.

Беҙ йәшәйбеҙ ауылдарҙа

Йән һәм йәм бирер өсөн.
Читайте нас: