Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Август 2019, 17:07

Балтастар райондың 89 йыллығын киң билдәләне

Балтас районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Уҙған йылда “Сикһеҙлек билдәһе аҫтында” тигән исем менән район көнөн үткәреп балтастар яңы йолаға нигеҙ һалды. Районыбыҙҙың 89 йыллығына бағышланған тантана иһә “Беҙ — йәш! Беҙ — берҙәм! Беҙ — өмөтлө!” тип аталды һәм халыҡты киләһе йылда буласаҡ район юбилейын яҡшы һөҙөмтәләр, еңеүҙәр, ҡаҙаныштар менән ҡаршы алырға өндәне. Шуныһы ҡыуаныслы, сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев ҡатнашты.

Райондың тыуған көнө — айырыуса тулҡынландырғыс байрам. Был көндө тарихыбыҙҙың данлы биттәрен иҫкә алабыҙ, әлеге тормошобоҙға байҡау яһайбыҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Уҙған бер йылда башҡарылған матур эштәр бихисап. Балтастар Рәсәй һәм республика бюджеттарынан финансланған бик күп программаларҙа, проекттарҙа әүҙем ҡатнашты. Район Мәҙәниәт йорто алдында фонтанлы сквер булдырылды, үҙәк пар ҡаҙандары ремонтланды, “Һабантуй” майҙаны, күп фатирлы йорт алдары төҙөкләндерелде, унда мөһабәт сәхнә ҡалҡып сыҡты, “Дуҫлыҡ” аллеяһы, асфальт юлдар төҙөлә һәм төҙөлдө, юлдарға ҡомташ түшәлә, ремонт үткәрелә. Шулай уҡ “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ауылдарҙа зыяраттар кәртәләп алына, башҡа күп эштәр башҡарыла, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса клубтар, һыу башнялары ремонтлана. Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, медицина өлкәләрендә лә бик күп яҡшы, халыҡ өсөн файҙалы эштәр башҡарылған, уңыштар яуланған. Байрам сараһы был аҙымдарҙы күҙалларға мөмкинлек бирҙе.

Залда йыйылған тамашасылар араһында райондың почетлы граждандары, хеҙмәт ветерандары ла бар ине. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев үҙенең сәләмләү һәм ҡотлау сығышында уларға оло ихтирамын белдерҙе.

Константин Толкачев та балтастарҙы байрам менән ихлас тәбрикләне. Хөрмәтле шәхестәргә — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Рифғәт Дауытовҡа, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәфил Зариповҡа, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәзнәүи Мусинға, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Луиза Хажимуллинаға, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры Рауил Яҡуповҡа “Башҡортостан Республикаһына — 100 йыл” миҙалын тапшырҙы. БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Балтас районы ЗАГС бүлеге начальнигы Ирина Субушева Дәүләт Йыйылышы рәйесенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Район көнө кеүек оло байрамдарҙа 60, 50 йыл бергә йәшәгән өлгөлө ғаилә парҙарын тәбрикләү ҙә — матур традицияларҙың береһе. Усман ауылында 60 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Нәфизә һәм Фәдис Васимовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, хеҙмәттә тырыш, тормошта әҙәпле, өлгөлө булған. Алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар араһынан Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Рузалия һәм Фәнәүи Ғәлиевтарҙы тамашасылар йылы алҡыштар менән сәхнәгә оҙатты. Рузалия Карам ҡыҙы — СССР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, оҫта ҡулдары, тәрән белеме менән бик күп йылдар дауамында халыҡҡа хеҙмәт иткән стоматолог. Фәнәүи Мәснәүи улы райондың ҙур ойошмаларында иҡтисадсы, артабан район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары, финанс бүлеге начальнигы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Уларҙың ике ҡыҙы ла тыуған райондарында йәшәй, эшләй, балалар үҫтерә. Юғары Ҡарыш ауылында йәшәүсе Финиә һәм Нәҡип Камалтдиновтар хеҙмәт юлын Калинин исемендәге колхоздың малсылыҡ тармағына бағышлаған, биш бала үҫтергән хөрмәтле кешеләр. Лида һәм Владимир Илекбаевтар ҙа биш балаға ғүмер һәм өлгөлө тәрбиә биргән. Владимир Ильчикаевич — III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры, “Ленин юлы” колхозында оҙаҡ йылдар механизатор булып тырышып эшләгән. Лида Калиевна һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны. Ҡурас ауылынан Екатерина һәм Владимир Галузиндар ғүмерҙәрен район мәҙәниәтенә бағышлаған кешеләр: береһе — IX кластан башлап киномеханик, икенсеһе өс тиҫтә йыл китапханасы булып эшләгән хөрмәтле шәхестәр. Уларҙың өс балаһы ла юғары педагогик белемгә эйә. Был өлгөлө парҙарға республика Башлығының сәләмләү хаты һәм бүләктәр тапшырылды.

Байрам сәхнәһенең күрке — яңы ҡауышҡан парҙар. Илнара һәм Илнур Әхмәтхановтар, Алһыу һәм Ирнас Закировтар райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем йәштәр: спортсылар, бейеүселәр, компьютер оҫталары. Район хакимиәте башлығы уларға иң изге теләктәрен еткерҙе.

Район Мәҙәниәт һарайы, Балалар сәнғәт мәктәбенең ижади көсө менән әҙерләнгән концерт йәшлек сәме, дәртле йыр-бейеү, талантлы һәүәҫкәрҙәрҙең сығышы менән алҡыштарға күмелде, иҫтә ҡалды, тарихҡа инде.

Был көндө район Мәҙәниәт һарайы майҙанында Сәскәләр байрамы ла ойошторолдо. Биләмәләрен матурлыҡҡа күмеп тотҡан ойошмалар Почет грамоталары менән билдәләнде. Баҡсаларында гөлдәр үҫтереп, тирә-яҡҡа йәм өҫтәгән хужаларға рәхмәт һүҙҙәре, йырҙар яңғыраны.

Константин Толкачев шулай уҡ Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән спорт залын, “Дуҫлыҡ” аллеяһы төҙөлөшөн, Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йортон ҡараны. Был көндө районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та килде. Ул Балтас май заводында һөт продукциялары етештереү буйынса яңы линияларҙы сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

89 йыл — район өсөн күп түгел, йәшлек кенә. Беҙ — йәш, беҙ — берҙәм, беҙ — өмөтлө! Йәшәйешебеҙҙең маҡсаты бар. Башҡарған эштәрҙең һөҙөмтәһе халыҡ көнкүрешен яҡшырта, алға ҡарап йәшәргә өмөт бирә. Киләсәккә, алдағы юбилейға ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән атлау өсөн берҙәмлек, позитив фекер йөрөтөү, әүҙемлек кәрәк.
Читайте нас: