Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡариҙелдә фестиваль гөрләй

Бөгөн Ҡариҙел ауылында “Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни коды” исемле республика фестивале башланды

Ҡариҙелдә фестиваль гөрләй
Ҡариҙелдә фестиваль гөрләй

Сара республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың тарихи мираҫын, милли традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ фольклорын, сәнғәтен өйрәнеү, тергеҙеү, үҫтереү һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторола.
Унда төрлө райондарҙан ҡул эше оҫталары, этнографик япҡыстар, уйынсыҡтар реконструкторҙары, балыҡ аштары әҙерләүсе ашнаҡсылар, умартасылар ҡатнаша.
Фестиваль сиктәрендә, 4-5 июлдә, “Аллы-гөллө альяпҡыс”, “Ҡариҙел балығы”, этнографик уйынсыҡтар конкурстары, “Иң тәмле бал” күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола, шулай уҡ театрлаштырылған тамаша һәм үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сағыу концерты үтәсәк.
Сағыу байрамда бөгөн Асҡын һәм Балтас райондарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтә.


Илһөйәр Махатова.
Гөлфиә Шәисламова фотолары.

Ҡариҙелдә фестиваль гөрләй
Ҡариҙелдә фестиваль гөрләй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: