Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө уңайынан 1-се һәм 5-се класс уҡыусылары менән бик матур, фәһемле дәрес үткәрҙе.
Уҡыусылар башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәүестәре хаҡында бик бай мәғлүмәт алды. Үҙҙәре лә өйҙәрендә булған башҡорт биҙәүестәрен алып килә дәрескә. Мәҫәлән, 5-се класс уҡыусыһы Камилла Ғүмәрова өләсәһе менән теккән түшелдеректе алып килеп, белгәндәрен һөйләй.
Милли кейемдәге башҡорт ҡурсаҡтары тураһында ла йәнле һөйләшеү ойошторҙо тәжрибәле уҡытыусы.
Башҡорт орнаменттары, көнкүрештә ҡулланылған кейемдәр һәм сәхнә костюмдары тураһында ла мәғлүмәт еткерелде.
Белеүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө рәсми рәүештә 2020 йылдан башлап йылына ике тапҡыр билдәләнелә һәм йыл да апрель һәм сентябрь айҙарының өсөнсө йомаһына тура килә.
Наилә Имаева.