Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Апрель , 15:59

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024

Башҡортостан халҡын һәм башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» яҙыу акцияһына саҡырабыҙ. Быйыл акция 27-29 апрелдә үтә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә 11.00 сәғәттә планлаштырылған.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024

Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2024 йылда текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналған. Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдә ҡаралған:
- башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр;
- башҡорт телендә иркен аралашыусылар кимәле;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡағыҙ битендә ирекле формала, тулыһынса исем-шәрифе, һәм йәшәү йәшәү урыны күрһәтелеп рәсмиләштерелергә тейеш.
Акцияның девизы: «Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы» («Тел — халыҡтың рухи мираҫы»). Башҡортостан республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы Акция йыл һайын апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә үткәрелә.

Автор:Альфия Янтурина
 
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024
Автор:
Читайте нас: