“Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы башҡорттары” фәнни белешмәһе бөгөн Ҡариҙел ауылының күп тармаҡлы ауыл клубында исем туйын билдәләне. Баҫма Ҡариҙел районы ауылдарына арналып, Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында һәм Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына нәшер ителгән.
Сараға белешмәнең авторҙары Башҡортостан Республикаһы “Шәжәрә” тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге директоры, тарих фәндәре кандидаты Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы, үҙәктең ғилми хеҙмәткәре Аҫылғужин Рәфил Рифғәт улы үҙҙәренең хеҙмәт емештәре менән килеп етте. Саҡырылған ҡунаҡтарға – райондың башҡорт теле уҡтыусыларына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, тарихсыларға, крайҙы өйрәнеүселәргә был белешмәләр бүләккә тапшырылды.
Ҡариҙел районы Советы сәркәтибе Әйүпов Фәрит Фәтих улының сәләмләү һүҙенән һуң, Салауат Ишмөхәмәт улы фәнни белешмә менән таныштырып үтте. Ғалим әйтеүенсә, был китап төньяҡ-көнбайыш райондарға арналған һуңғы 23-сө баҫма булған. Әйткәндәй, уның етәкселегендә беҙҙең район ауылдарын төбәк иткән унлар, балыҡсы, танып, елдәк ырыуҙарына бағышланған дүрт китап айырым томдарҙа баҫылып сыҡты. Салауат Ишмөхәмәт улы үҙенең телмәрендә был проект нигеҙендә ошондай белешмәләрҙең нәшер ителеү нигеҙен атап китте.
- Ошо төбәктә совет заманында татар телендәге дәреслектәр менән белем алған быуын олоғая килә, башта туған телдәрен, унан инде бөтөнләй төп сығыштарын, тамырҙарын онота башланы, хатта инҡар итеүселәр ҙә күбәйеп китте. Шуға ла “ысын башҡорт” тигән һүҙҙәр кемдәргә тағылыуы көн кеүек асыҡ. 16-20 быуаттарҙағы тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеп, тикшереп, ул осорҙағы халыҡ хәтерен яңырттыҡ һәм быны урындағы хәҙерге быуынға еткереү – маҡсаттарыбыҙың береһе булды, - ти ул.
Рәфил Рифғәт улы проект барышында беҙҙең район тураһындағы белешмәнең иң ауыры булғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки ваҡытында тораҡ пункттар һаны күп теркәлгән, йыш ҡына ауылдарҙан тағы бер-нисә кескәй ауылдар айырылып сығып ултырған булған. Ғалим Ҡариҙел районындағы унлар, елдәк, балыҡсы, танып ырыуҙарының аҫаба ерҙәрендә төпләнгән башҡорт ауылдарын барлап сыҡҡан.
Тарихсыларҙың шундай бай мәғлүмәттәре, белешмәләре үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөүселәргә, асылдарын белергә ярҙам итәсәк. Халыҡтың иҫәбе, милләте, йәше, башҡа мөһим мәғлүмәттәр теркәлгән Ревизия яҙмаларын уҡыуы еңел түгел, һәм ул тик архивтарҙа ғына һаҡлана, ябай кешеләргә ул ҡулға бирелмәй ҙә. Белешмәлә иһә һәр ауыл буйынса шул яҙмалар асыҡланып, ата-бабалар исемлеге урынлаштырылған. Был белешмәнең тиражы күп түгел, улай ҙа уны Интернет селтәренән һис бер ҡыйынлыҡһыҙ табып уҡырға, файҙаланырға була.
Йыйын барышында районыбыҙҙың билдәле шәхесе, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Сафин Фиҙаил Әбелғаян улы ла белешмәгә ҡағылышлы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Унда районыбыҙҙың Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы яугирҙары булыуы менән дә был проекттың ниндәй мөһим булыуын атаны ул.
Унлар ырыуы вәкиле, Яңы Бәрҙәш ауылы ағинәйе Камалиева Әлиә Зәкирйән ҡыҙы рухлы телмәре менән сығыш яһаны, оло хеҙмәттәре өсөн ғалимдарға рәхмәттәрен еткерҙе.
Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы сиктәрендә уҙған сараны Ҡариҙел ауылының күп тармаҡлы ауыл клубы культорганизаторы Рәхмәтова Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы алып барҙы һәм уны оҫта итеп ҡумыҙҙа уйнап, моңло йыры менән тамамланы.
Гөлнара Солтанова.