Асҡын районына эш сәфәре менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары менән эшләү бүлеге мөдире Рафаэль Фәрзәт улы Ғәзизов, методистары Вәлиә Сабит ҡыҙы Үтәрбаева, Зөбәржәт Рәфҡәт ҡыҙы Үтәрбаева килеп китте. Улар район Мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Хәлфәт улы һәм методистары оҙатыуында урындағы фольклорҙы, кәсептәрҙе өйрәнеү, музейҙар эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында Ҡарткиҫәк, Урмияҙ һәм Ҡашҡа ауылдарында булды.
Ҡарткиҫәктә мәктәп музейын етәкләүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина баш ҡала ҡунаҡтарын музей эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, биреләге бай экспозициялар тураһында ентекле һөйләне.
Урмияҙҙа “Ҡабыҡ төшөрөү” йолаһын ҡаранылар, урындағы халыҡ ижады өлгөләрен тыңлап, яҙып алдылар. Бигерәк тә ҡара мунсаны яғыу үҙенсәлектәре баш ҡала ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Белгестәр Ҡашҡала яңыртылған Балыксы ырыуы этнография музейы эшмәкәрлеге менән, шулай уҡ "Килен төшөрөү" йолаһының урындағы үҙенсәлектәре, халыҡ дауалаусылары, имләүселәр менән танышты, шәжәрә төҙөүселәр менән аралашты.
Наилә Имаева.