Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 13:00

Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләнә

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында Башҡорт теле аҙнаһы сиктәрендә саралар гөрләп уҙа һәм улар 16 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләнә
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләнә


Күптән түгел филология фәндәре кандидаты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова етәкселегендә Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы Хисмәтуллинаның тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Көмөшкүл шишмәһе” тигән сара үтте. Унда М. Хисмәтуллинаның ижадын яратҡан һәм һөйгән уҡытыусылар менән студенттар килде. Кисәне филология фәндәре докторы Әминә Шәкирйән ҡыҙы йылы һүҙҙәр һәм теләктәр менән асты. Студенттар сара ваҡытында бик әүҙем булды, яҙыусының шиғырҙарын яттан һөйләп, йәнле итеп сығыш яһаны.


Кисәнең иң ҡыҙыҡлы өлөшө танылған башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә булды. Яҙыусы тормош юлы тураһында һөйләне, үҙенең хәтирәләре менән бүлеште. Студенттар ихлас тыңлап, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе. Саранан студенттар бай мәғлүмәт һәм йылы тәьҫораттар алып ҡайтты.


Шулай уҡ Башҡорт теле аҙнаһы сиктәрендә филология фәндәре кандидаты Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы Ғәниева етәкселегендә «Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!» исеме аҫтында онлайн викторина уҙҙы. Унда барлыҡ факультеттың студенттары әүҙем ҡатнашты. 30 һорауҙан торған тест ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Был эштә барлығы 55 телһөйәр үҙҙәренең белемен һынап ҡараны. Хатта мәктәп уҡыусылары ла практиканттар етәкселегендә телдең серле күренештәрен асыҡларға тырышты. Әйткәндәй, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының практика үткән 3-сө курс студенттары мәктәп уҡыусылары менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған күркәм сара үткәрә.
12 декабрҙә Башҡорт теле көнө уңайынан «Минең Башҡортостан» исеме аҫтында диктант уҙғарылды. Унда иң телһөйәр студент менән уҡыусы билдәләнде. Бөгөн иһә «Атам теле, әсәм теле — минең телем!” тигән мәҙәни квиз ойошторола.

Илшат ҠАЗЫХАНОВ,
III курс студенты.

Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләнә
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләнә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: