Милли кейем — халыҡтың эске булмышы сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла.
Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында "Милли кейемдәрҙә — халыҡ тарихы" исеме аҫтында үткән сара Милли кейем көнөнә арналды. Тамашасылар Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли костюмдары үҙенсәлектәре һәм уларҙың ҡабатланмаҫ булыуы менән танышты.
Уҡыусыларҙа милли рухты күтәреү, халҡыбыҙҙың милли кейеменә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү өсөн бик яҡшы сара булды.
Гөлназ Ғәлләмова.