Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Июнь 2022, 09:25

Махсус бүләккә лайыҡ булдылар

“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында Ҡариҙел районынан   Ҡараяр ауылы халҡы ҡатнашты һәм махсус бүләккә лайыҡ булды.

Махсус бүләккә лайыҡ булдылар
Махсус бүләккә лайыҡ булдылар

 

“Торатау” Конгресс-холл бинаһында үткәрелгән конкурсанттарҙы бүләкләү тантанаһы республикабыҙҙың барлыҡ 54 районынан ҡатнашыусыларҙы йәлеп итте. Улар араһында Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова, ауыл клубы методисы Лилиә Анзаф ҡыҙы Әйүпова, культорганизатор Венера Фәнис ҡыҙы Ғабдрахманова, район Советы сәркәтибе Фәрит Фәтих улы Әйүпов бар ине.

 "Айыҡ ауыл-2021" конкурсында ҡатнашыусылар, әүҙем ағзалар махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ҡараяр ауылы вәкилдәре лә махсус призға лайыҡ булды. Афарин, ҡараярҙар! Яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Махсус бүләккә лайыҡ булдылар
Махсус бүләккә лайыҡ булдылар
Махсус бүләккә лайыҡ булдылар
Махсус бүләккә лайыҡ булдылар
Махсус бүләккә лайыҡ булдылар
Читайте нас: