Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Июнь 2022, 09:05

Асҡындар — Өфөлә

Бөгөн, 23 июндә,  Асҡын районы делегацияһы  Өфөлә  "Торатау" Конгресс-холында  уҙған "Айыҡ ауыл - 2021" республика бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнаша.

Асҡындар — Өфөлә
Асҡындар — Өфөлә

 

“Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсының муниципаль этабында Гран-при яулаған сәләмәт, иманлы, айыҡ  тормош алып барыусы Солтанбәк ауылы  был мәртәбәле бәйгенең республика этабын  да  лайыҡлы уҙып, финалда бик матур итеп сығыш яһаны. Айыҡ тормошто пропагандалау буйынса солтанбәктәр башҡарған эште жюри ағзалары ла юғары баһаланы.  Һөҙөмтәлә, солтанбәктәр  бөгөн “Айыҡ ауыл – 2021” республика бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнаша.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкләгән район делегацияһы составында сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина, Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы  Нәбиуллина, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова, “Айыҡ ауыл- 2021” бәйгеһе барышын  матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртып барыусы журналист, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите баш мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаева, Солтанбәк ауылы активистары Ләйсән һәм Данис Суфияновтар улдары  Динислам һәм ҡыҙҙары Гүзәл менән ҡатнаша.

Ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән. Көн дауамында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Ныҡ бул!" студияһы эшләйәсәк, шулай уҡ сараға ярашлы, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙы әүҙемләштергән балалар Асыҡ медиа бәйгеһенең финалын да ойоштороу күҙаллана. 

Сәғәт 11-ҙә махсус майҙансыҡтар үҙ эшен башлай, "түңәрәк өҫтәлдәр" ойошторола.

"Айыҡ ауыл - 2021"  бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләгәндән һуң сәнғәт оҫталарының, ижади коллективтарҙың сығыштарынан әҙерләнгән концерт күрһәтелә.

Наилә Имаева.

 

 

Читайте нас: