Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Апрель 2022, 10:00

Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында

 «Бәхетнамә» тапшырыуында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант- 2022» акцияһы һәм Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы вәкилдәре менән «Айыҡ ауыл» конкурсы барышы тураһында һүҙ барҙы. 

Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында
Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында

Әйтергә кәрәк,  ҡараярҙар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында  ҡатнашып, бар талаптарҙы ла теүәл үтәп килә.  Ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова,  ауылдың тарихын белеүсе аҡһаҡал, унлар ырыуы башҡорто Фәнәүи Мөкәмил улы Сафин, ауылдың ветерандар советы рәйесе, бөтә сараларҙа әүҙем  ҡатнашыусы Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы Сәйетғәлиева үҙҙәрендә башҡарылған мөһим саралар тураһында сығыш яһаны. Ауылдаштарының ҡул эштәре менән дә таныштырып үттеләр. Ҡул эштәре оҫтаһы Латыпова Әклимә апайҙың мәрелгән таҫтамал әйберҙәренән күргәҙмә ойошторолдо. 90 йәшлек Ғабдуллина Земфира Мәхмүт ҡыҙының сигелгән картиналары сығышты йәмләндереп ебәрҙе.

 Ҡараяр илһөйәрҙәре шулай ауылдаштары мәнфәғәтенә етди аҙымдар яһауын дауам итә.

Тапшырыуҙан һуң ауылдаштарын яҡташтары,  билдәле журналист, “Россия-Башҡортостан” телеканалының радиовещание хеҙмәте етәксеһе  Ришат Фәтхинислам улы Миндиәйәров көтөп тора ине һәм улар бик йәнле осрашыу үткәреп тә өлгөрҙө.

Гөлнара Солтанова.

                       

Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында
Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында
Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында
Читайте нас: