Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Апрель 2022, 09:50

Эстафета дауам итә

Асҡын районында  ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, баҫманы бүләк итеү буйынса  “Изгелек ағасы” эстафетаһы дауам итә.

Эстафета дауам итә
Эстафета дауам итә

 Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафетаға ҡушылыусылар арта бара.

Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов   был юлы ла  редакциябыҙға килеп, “Йәнтөйәк”  гәзитенә яҙылды һәм баҫманы  Йырмаялан ауылында йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән  күп балалы ғаиләгә бүләк итте. Ирек Альбирт улы эстафетаны Ҡыйғаҙы мәктәбе директорына тапшырҙы.

Асҡын үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры, медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз   комитеты рәйесе Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насртдинова ла “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына  ҙур теләк  менән ҡушылды. Ул “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Асҡын ауылында йәшәүсе күп балаалы ғаиләгә бүләк итте.

 Бына шулай, “Изгелек ағасы” изгелек өләшеп, юлын дауам итә.

 Наилә Имаева.

 

Эстафета дауам итә
Эстафета дауам итә
Читайте нас: