Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Апрель 2022, 14:55

Милли кейемдәрҙә - милләт асылы

“Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамы сиктәрендә Милли кейемдәр парады ла үтте.

Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы

Милли кейем – быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. Ошо байлыҡ – сигеү-нағыштар менән заманлаштырып тегелгән милли орнаментлы кейемдәр - һуңғы арала халҡыбыҙ араһында киң танылыу яулай бара. Солтанбәктә лә уларҙы тергеҙеү өҫтәндә әүҙем эш алып баралар.

 

“Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамы сиктәрендә Милли кейемдәр парады ла үтте. Унда районыбыҙҙа йәшәгән ырыу вәкилдәре үҙҙәренең ерлеккә генә хас кейемдәрҙе кейеп, тамғалары төшөрөлгән, ырыуҙары яҙылған баннерҙар күтәреп уҙҙы. Һәр ырыу вәкиле тураһында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова тулы  мәғлүмәт еткереп, һөйләп торҙо. 

Парадты Балыҡсы ырыуы вәкилдәре әсәле-ҡыҙлы Ләйсән һәм Айһылыу Суфияновалар асты. Улар бер быуатлыҡ тарихы булған күлдәктең төп нөсхәһен һәм яңыртып, тергеҙеп тегелән өлгөһөн кейгәйне.

Һыу-танып ырыуы вәкилдәре Ҡарткиҫәк ауылынан әүҙем, рухлы ағинәйҙәр Фәнирә апай Нәбиуллина менән Рәйлә апай Ибраһимова ла үҙҙәренең ерлегенә хас күлдәкте яңыртып тегеп кейгәйне.

Ҡыр-Танып ырыуына ҡараған Яңы Ҡара ауылынан Гөлнара Шәйхинурова менән Ләйсән Ғәлимйәнова әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған күлдәктәрҙе тергеҙеп, алъяпҡыстарҙы үҙҙәренә генә хас биҙәктәр менән сигеп тәҡдим итте.

Унлар ырыуын Упҡанкүл ауылының әүҙем ағинәйҙәре Гүзәл апай Ғәниева менән Ләйсән апай Хәжимуллина күрһәтте. Ләйсән апай ҙа 130 йыллыҡ тарихы булған күлдәкте кейгәйне.

Бына шулай, районыбыҙҙа йәшәүсе төрлө ырыу вәкилдәре үҙҙәренең ерлеккә генә хас кейемдәрҙе рухи мираҫ итеп һаҡлап, уларҙың тарихын өйрәнеп, йәш быуынға тапшыра.

Наилә Имаева.

Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Милли кейемдәрҙә - милләт асылы
Читайте нас: