Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Апрель 2022, 22:20

«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»

«Әллә ошо тарихи ерҙә баҫып торғанға, һеҙҙең һәр сығышығыҙҙы күҙ йәшенә төйөлөп ҡараным. Һәр ғаилә шул тиклем тетрәндерҙе, һоҡландырҙы! Һомай кеүек көлдән яралған халҡыбыҙҙың ҡеүәтен күрҙем», - тип Солтанбәктә уҙған байрамдан алған тәьҫораттары менән бүлеште Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина.    

«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»
«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»

 

«Һәр ғаилә шул тиклем тетрәндерҙе. Һәр береһенең матур презентацияларын ҡарап, һоҡланып ултырҙым. Балалар менән бергә өлкәндәр ҙә сыҡты сәхнәгә. Ысынлап, бик тулҡынландырғыс булды барыһы ла. Һеҙҙән бик ҡыуанып, рухи көс алып ҡайтабыҙ. Нисек көс алмайһың ти был ауылдан?! Беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ был ерҙән үткән Һөйәнтүҙ тарихын.Ошо рухтан, Һомай кеүек көлдән яралған халҡыбыҙҙың ҡеүәтен күрҙек. Нисегерәк балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, ҡурайҙа уйнай! Мин һәр саҡ сығышымда әйтәм, балалар ҡатнашмаһа, сараны үткәрмәнек тип иҫәпләргә кәрәк. Ә был сарала һеҙҙең мәктәптә лә, клубта ла балалар матур итеп ололар менән бер рәттән сығыш яһаны. Улар ошо мәғлүмәтте һеңдереп, туплап үҫә. Был бик яҡшы!

Балалар дүрт тәғлимәт белергә тейеш: иң беренсеһе үҙенең тыуған яғының тарихын. Ә һеҙҙә тарихты белеп үҫәләр, күреп торабыҙ. Икенсеһе - бала шәжәрәһен белергә тейеш. Ә һеҙҙә балалар ата-әсәләре менән бергәләп шәжәрәләр төҙөй һәм беҙгә бөгөн нисек матур итеп 14 быуынын һөйләп тә күрһәттеләр. Иҫ киткес матур шәжәрәләр! Киләһе тәғлимәт - ул туған тел! Хатта иң беренсеһе тиһәк тә була! Туған телде белгән балаларҙы күрҙек бөгөн. Һеҙ туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе балаларығыҙға мираҫ иткәнһегеҙ! Дүртенсеһе - Аллаһы Тәғәлә тураһында төшөнсә. Беҙ бөгөн балаларын ислам динендә үҫтергән ғаиләләрҙе күрҙек. Был ҙур мәслихәт. Халҡыбыҙҙың нуры төшкән Солтанбәк ауылында киләсәктә лә ҡеүәтле вариҫтар үҫтереп, милләтебеҙҙең үҙәге булып йәшәргә яҙһын!” - тип сығышын тамамланы Лариса Хашим ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»
«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»
«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»
«Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!»
Читайте нас: