Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Апрель 2022, 11:45

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр

Солтанбәк ауылында уҙған “Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамында ҡунаҡтар Хәсәновтарҙың өс быуын вәкиле, уларҙың ғаилә традициялары, шәжәрәһе, көнитмеше менән танышты.  

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр

 

Мәктәп алдында милли рух өләшеп торған,  зауыҡ менән  биҙәлгән башҡорт тирмәһе барыһының да иғтибарын йәлеп итеп, үҙенә саҡырып торҙо. Бирелә ҡунаҡтар, байрамға килеүселәр Хәсәновтарҙың өс быуын вәкиле, уларҙың ғаилә традициялары, шәжәрәһе, көнитмеше менән танышты.

Камилә һәм Рөстәм Хәсәновтар — рухлы, әҙәп-иманлы ғаиләләрҙең береһе. Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә ата-әсә һөйөүенә төрөнөп, береһенән-береһе теремек дүрт ул үҫеп килә. Иң олоһо Әзизгә — 11 йәш, Әмиргә – 8, Ғүмәргә - дүрт йәш. Иң бәләкәйҙәре Мөхәммәткә ете ай тулған. Шуныһы бик һөйөндөрә: был ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларға милли үҙаң бәләкәй саҡтан һалына. Рөстәм Фәүзәт улы балаларына нәҫел тамырҙары тураһында һөйләп, аңлатып үҫтерә.
Йәштәрҙең Рөстәмдең әсәһе Сәүиә апай менән үҙ-ара килешеп, татыу ғүмер итеүҙәре, динебеҙгә ихтирам, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларыбыҙҙың һаҡланыуы, шәриғәт ҡанундарын үтәп йәшәүҙәрен күрһәтә. Өләсәй кеше балаларҙы бәләкәйҙән әҙәпкә, бүтәндәргә ҡарата миһырбанлыҡҡа, олоно – оло, кесене – кесе итергә өйрәтә.
Мөршиҙә апайҙары ла һәр саҡ ярҙам итеп, милли аш-һыу серҙәре менән бүлешеп, әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған рухи мираҫты тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыу менән шөғөлләнә. Туғандарын һәр саҡ тәмле аш-һыу әҙерләп һыйлай.
Һәр таңды изге доғалар менән ҡаршы алып, һәр эшкә “бисмилла” менән тотонған ата-әсә менән бергә балалар ҙа бер ҡатарҙан мәсеткә йөрөй. Малайҙар мәсеттә һәр шәмбе һайын үткәрелгән дини дәрестәрҙә лә ислам нигеҙҙәре буйынса белем-тәрбиә ала, ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Ата-әсә, өләсәй менән бергә малайҙар ҙа намаҙға баҫҡан, ә өлкән улдары Әзиз аҙан әйтергә лә өйрәнгән. Ата-әсәһенең, өләсәһенең вәғәз һәм нәсихәттәрен тыңлап үҫкән малайҙар үҫкәс тә үҙ асылдарына, иманына тоғро ҡалыр.
Зөлфинә Сәйфуллина етәкселегендәге “Умырзая” фольклор ансамбле “Бәпес күреү” йолаһынан күренеш сәхнәләштереп, солтанбәктәрҙең халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалыуын, уны йәш быуынға аңлатып йәшәүен күрһәтте.

 

Наилә Имаева.

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр
Читайте нас: