Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Апрель 2022, 23:05

Сәскә ат, Ҡараярым!

Бөгөн Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә “Сәскә ат, Ҡараярым” исемле фольклор байрамы уҙҙы.

Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!

 

Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ дәүерендә был ауылдың 70 йыллыҡ тарихы бар. Шуға ла байрамды ҡараярҙар ауылдарының күркәм юбилейына бағышланы. Уларҙың шатлығы менән уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин етәкселегендә хөрмәтле ҡунаҡтар килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов һәм урындағы рәсми делегацияны ҡараярҙар икмәк-тоҙ, маяш, ҡымыҙ менән, ә күп тармаҡлы ауыл клубының “Байрам” фольклор ансамбле матур йыр менән ҡаршы алды.
Тәбиғәттең көйһөҙләнеп тороуына ҡарамаҫтан, сара ойошҡанлы рәүештә барҙы. Уның нисек уҙғанын алдағы һандарҙа уҡырһығыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Сәскә ат, Ҡараярым!
Читайте нас: