Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Апрель 2022, 16:15

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!»

Асҡын районында  “Урал батыр” мәктәбе төҙөлөп, балалар башҡорт ҡоролтайы эш башланы.

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!»
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!»

“Урал батыр мәктәбе” эшен ойоштороу өсөн баш ҡалабыҙҙан уның  координаторы,   “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова менән “Киске Өфө”  гәзите баш мөхәррире, республика ағинәйҙәр ҡоро йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева килде. Сараға  районыбыҙ мәктәптәренән башҡорт теле уҡытыусылары, директорҙар һәм рухлы, телһөйәр уҡыусылар, тормош ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәр йыйылды.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова барыһын да сәләмләп, бөгөнгө осрашыуҙың маҡсатын аңлатып, һүҙҙе йәш телһөйәрҙәребеҙгә бирҙе. Улар бер-бер артлы сәхнәгә сығып туған тел, тыуған ер тураһында илһамланып, ғорурланып шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене.

 Урмияҙ мәктәбендә бар ғүмерен балаларға туған тел серҙәренә өйрәтеүгә бағышлаған мәғариф ветераны, әүҙем, рухлы ағинәй Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова сығышын талантлы уҡыусыһы, районыбыҙ етәксеһе булып эшләп йөрөгән еренән көтмәгәндә беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып киткән Ришат Марат улы Дихинды иҫкә алып башлап ебәрҙе. Ришат Марат улының йәш быуын өсөн һәр яҡлап өлгө булыуын билдәләне. Ул ағинәйҙәр тарафынан башҡарылған эштәрҙе лә барланы.

“Урал батыр мәктәбе”нең концепцияһы менән  уның координаторы рәйсә Абдрахман ҡыҙы таныштырҙы.

Ни өсөн “Урал батыр” мәктәбе?

 “Программаның төп нигеҙен мәшһүр “Урал батыр” эпосы тәшкил итә” - тип аңлатты “Урал батыр мәктәбе”  координаторы,   “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова.

Йәш быуынды милли рухлы итеп тәрбиәләүҙә күҙгә күренерлек, телгә алырлыҡ һөҙөмтәләр бар, әммә берҙәмлек етешеп бөтмәй. Шуға ла “Урал батыр” эпосы ярҙамға килде. Был проект ике йыл элек тормошҡа ашырыла башлағайны. Уны «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторғайны. Авторы - билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.

«Урал батыр мәктәбе»нең идеяһы - үлемһеҙ эпостың васыяттары буйынса мәғрифәтселек эше алып барыу, “Урал батыр” эпосындағы тәғлимәттәргә нигеҙләнеп, кешелек донъяһы йәшәйеше өсөн иң мөһим ун йүнәлеш тәҡдим итәбеҙ.

  1. Тау буйҙары йәшәрһен,

Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.

Тәбиғәтте һаҡлау йәғни йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, сүп-сар йыйыштырыу, йорт-ихаталар, ауыл-ҡасаба тирәһен йәшелләндереү буйынса алып барылған эштәр.

  1. Еҫерҙәрҙең алдында

Күҙенә керпек булығыҙ.

Ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттарҙы, бала-сағаларҙы иҫәпкә алып, уларға ярҙам ойоштороу. Ҡул ярҙамымы, тел ярҙамымы – улар нимәгә мохтаж, шул юҫыҡта ярҙам күрһәтеү. Бер көнлөк ярҙам түгел, мохтажлыҡтарын даими хәл итә барыу.

  1. Ил ынйыһын йәшереп

Ергә күмеп ҡуймаҫҡа.

Матди яҡтан хәлле, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ милләттәштәрҙе бергә туплап, халыҡ мәнфәғәте өсөн әүҙем ярҙам ойоштороу.

  1. Яҡшының эскәне – һыу булыр,

Ямандың эскәне – ыу булыр.

Эскелеккә ҡаршы көрәш эпостың ошо юлдарының әрәсәһен аңлатып, әсә һөтөн ыу йәғни ағыу итеүҙең нимәгә килтергәнлеген, борон халҡыбыҙҙа ундай насар күренеш булмағанлығын аңлатыу эше алып барыу.

  1. Ил күрергә сыҡтым мин,

Ер ҡошонан түгелмен, -

Йәшәй торған илем бар,

Илһеҙ етем түгелмен.

Бөгөнгө заман - әүҙем аралашыу осоро. Әммә сит илгә йәшәргә сығып китеүселәр аҙаҡ һағыныу тойғоһо кисерә башлай. Тик һуң була.Ғаилә, бала, эш һ.б. Шуның өсөн атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәнлеген, туған илдең сикһеҙ яҡын булыуын, йәшлек дәрт-дарманы менән генә мауығыуҙың хата булыу ихтималлығы хаҡында аңлатырға. Сит илгә сығырға теләк уғата көслө булһа, ғаиләле булғас, ил күреү өсөн генә йөрөп ҡайтыу, әммә ил ташлап бөтөнләйгә китеүҙең дөрөҫ түгеллеген аңлатырға.

Атай-әсәйһеҙ генә түгел, илһеҙ ҡалыу ҙа етемлек… Тимәк, илеңде, атай-олатайҙарҙың, йәнен-тәнен аямай һаҡлап, һиңә тапшырған ереңде ҡәҙерлә, уны гөл-баҡсаға әйләндереү хәстәрен күр, тигән фекер һалыу.

  1. Атамдың хаҡы өсөн,

Әсәмдең хәтере өсөн,

Тағы ла бер һынайым.

Тура юлдан тайпылған, ҡыйыҡ юлға баҫҡан милләттәшен ҡабат тура юлға төшөрөү өсөн, тәнҡит, әр, мыҫҡыллау, кәмһетеү, оялтыу һәм башҡа ысулдар менән түгел, ә ундайҙарҙың ыңғай эштәрен күреп, башҡалар менән бергә тантаналы йыйылыштарға саҡырып, берәй яҡшы яғын билдәләп, маҡтап-ҡупайтып ебәреү аша тәрбиәләү, кешегә ышаныс аша хәл итеү юлын ҡарарға кәрәк. Бер нисә кеше уның яҡшы яғын билдәләп рәхмәт әйтеп, фәҡәт ыңғай сифаттарын ғына билдәләп үтергә тейеш. Байтаҡ осраҡта ошо ысул һәйбәт һөҙөмтә бирә.

  1. Күккә менер баҫҡысһыҙ,

Ерҙе асыр асҡысһыҙ.

Ғилем юлында уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар үткәреү. Уңыш ҡаҙанған элекке уҡыусылар менән даими осрашыуҙар үткәреп, башҡаларға фәһем бирерлек әңгәмәләр үткәрелеп торорға тейеш.

Ошо йүнәлештә эш алып барыу – туған телдең әһәмиәтен аңлатыуҙан башланырға тейеш.

Бәләкәй кластарҙа туған тел мөхите тыуҙырыу, кластан тыш эштәрҙе туған телдә алып барыу һ.б. “Урал батыр вәриҫтәре” тигән ойошмаларға тупланыу.

Туған телһеҙ ҡалыу – илһеҙ ҡалыу. Илеңә хужа будыу телеңә хужа булыуҙан башлана. Эпоста Зәрҡүм атаһы Ҡәһҡәһәне еңеү юлын Уралға былай тип өйрәтә:

Атам һине ҡурҡытыр,

Уныһынан да ҡурҡма һин,

Һаман телен һора һин...

  1. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ

Ҡыла торған йола бар.

Ҡасандыр һиңә ҡул ярҙамымы, тел ярҙамымы күрһәткән кешене иҫеңә төшөрөп, рәхмәт әйтеү, үҙе булмаһа, балаларына мәрхәмәтле атай-әсәйҙәре тураһында матур хәтирәләр һөйләү кисәләре.

  1. Олоно оло итегеҙ,

Кәңәш алып йөрөгөҙ.

Кесене кесе итегеҙ,

Кәңәш биреп йөрөгөҙ.

Башҡорт халҡында туғанлыҡ тойғоһо көслө булған. Шуның өсөн дә Шүлгән Уралға ҡарата ниндәй генә яуызлыҡ ҡылһа ла ағай хаҡы һаман өҫтөнлөк ала килә. Ошо мөнәсәбәт халҡыбыҙ йәшәйешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған. Итәғәтле, ярҙамсыл, кешелекле, иғтибарлы, яғымлы булыу кеүек тойғолар балала бәләкәй сағынан тәрбиәләнә. Ә бындай тәрбиә туғанлыҡ атамалары менән өндәшеүҙән башлана. Шуның өсөн бәләкәйҙән үк туғанлыҡ атамаларын өйрәтеү мотлаҡ һаналған.

  1. Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын…

Ни сәбәптәндер онотолған, йә оноторға мәжбүр ителгән шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы халҡыбыҙға кире ҡайтарыу. Халыҡ йәш быуынды затлы

шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләгән.

Рәйсә Абдрахман ҡыҙы сығышын тамамлап, малайҙарҙы – Урал батыр, ә ҡыҙҙарҙы Һомай өлгөһөндә тәрбиәләргә саҡырҙы.

Артабан балалар ҡоролтайының ағзалары  һәм уның рәйесе һайланды. Был мәртәбәле вазифаны  Ҡашҡа урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Салауат Хиләжетдиновҡа йөкләттеләр. Ҡоролтайҙың етәксеһе итеп Ҡарткиҫәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафинаны һайлап ҡуйҙылар.

Артабан сығыш яһаусы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының да сығышы һәр ваҡыттағыса фәһемле булды.  Ул да сығышында   Кирәй Мәргән, Миңлеғәле Шайморатов кеүек күренекле шәхестәрҙән, бәләкәйҙән тыуған еренең ысын патриоты булған,  телһөйәр   етәксебеҙ  Ришат Дихиндан үрнәк алырға саҡырҙы. Өләсәй-ағинәйҙәр кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға, аҡыл тупларға, маҡсатсан булырға, “Урал батыр” эпосын өйрәнергә өндәне.  Изге Рамаҙан айы башланғанда эш башлаған балалар ҡоролтайына уңыштар юллап,  изге ниәттәрҙе ҡыйыу тормошҡа ашырыуҙарын теләне.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина   шундай рухлы итеп сығыш яһаусы балаларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә рәхмәт белдерҙе. Туған телде һаҡлау, уны үҫтереү буйынса районыбыҙ мәктәптәрендә ҙур эш алып барылыуын, был йүнәлештә   яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен  ғорурланып һөйләне. Ә яңы   булдырылған “Урал батыр  мәктәбе”нә  һәм   балалар ҡоролтайына   бөгөн әйтелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, ҙур дәрт менән уңышлы эшлүәҙәрен теләне.

“Урал батыр” эспосы  — иҫ китмәле рухи ҡомартҡы. Һәр башҡорт шундай байлыҡҡа эйә булған халҡы менән ғорурланһын, уны тормошта файҙаланһын ине.

"Урал батыр мәктәбе" лә  тап ошо изге маҡсатты тормошҡа ашырыу буйынса ойошторолдо ла инде.

Бөгөнгө рухи ҡиммәттәр осһоҙлана-төҫһөҙләнә барған буталсыҡ  заманда быуаттар һынауын үткән милли традицияларға яңы һулыш биреү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын киң ҡулланыу ғәмәлгә ярашлы буласаҡ.

Наилә Имаева.

Читайте нас: