Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Февраль 2022, 15:15

Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы — Солтанбәктә

 “Айыҡ ауыл- 2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы бөгөн серле һәм тылсымлы ҡурай, ҡумыҙ моңдарына сорналды. 

Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы — Солтанбәктә
Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы — Солтанбәктә

Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты  Миңлеғәфүр Зәйнетдинов  менән Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң ҡурай буйынса педагогы Илмир Мәхийәнов мәктәп  уҡыусылары, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты,  халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткән сара балалар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы  бик боронғо ҡыллы музыка ҡоралыбыҙҙы халыҡ араһында популярлаштырыу буйынса баһалап бөткөһөҙ ҙур эш алып бара. Бөгөн дә ул балаларға  40-лап төр ҡумыҙ барлығы, был уйын ҡоралында 200-ләп илдә уйнауҙары тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Виртуоҙ ҡумыҙсының һәр һүҙен уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла тулы яуаптар алып ҡыуана. 

Тылсымлы ҡурай тураһында  Илмир Мансур улы ла бай мәғлүмәт еткерә,  барыһын да дәртләндереп, ҡыҙыҡтырып һәм һоҡландырып төрлө ҡурайҙарҙа уйнап ишеттерә.

Ҡумыҙ һәм ҡурай моңо балаларҙың күңелдәрен арбай,  милли рух, дәрт-дарман өҫтәй.

Солтанбәктә виртуоз  ҡумыҙсынан һәм оҫта ҡурайсынан  тәүге дәрестәр алған балалар араһында ла, бәлки, киләсәктә тыуған яғыбыҙҙы данға күмерлек бына тигән  ҡумыҙсылар һәм ҡурайсылар сығыр!

Наилә Имаева.

Читайте нас: