Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Февраль 2022, 09:25

Үткән юлдар – уҙған йылдар

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Ҡариҙел районы Тайкаш ауыл мәҙәниәт йортондағы музейҙа үҙенсәлекле экскурсия ойошторолдо.  

Үткән юлдар – уҙған йылдар
Үткән юлдар – уҙған йылдар

Урындағы балаларҙы мәҙәниәт йорто методисы Лениза Муллаярова Халыҡ сәнғәте һәм мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә ошондай сараға йәлеп итте. Лениза Мәҙехәт ҡыҙы уҡыусыларҙы музей экспонаттары менән таныштырыр өсөн уҡытыусы Лилиә Мәсәлим ҡыҙы Хәмитйәновны саҡырғайны. Лилиә Мәсәлим ҡыҙы экскурсияға килгәндәрҙе мауыҡтырғыс итеп боронғо экспонаттар менән таныштырҙы. Ә улар музейҙа байтаҡ: туҙҙан, ағастан яһалған һауыт-һабалар, йөн тетеү ҡорамалы, сабата, балаҫтар һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре.
- Һәр экспонат – тотошлайы менән үҙе бер тарих. Бөгөн беҙ юғары инновацион технологиялы заманда йәшәйбеҙ, ул боронғо әйберҙәр күптән көнитмешебеҙҙән киткән. Әммә балаларыбыҙ халыҡтың был мираҫын белеп, милли сәнғәтебеҙ элек тә күркәм булыуын белеп үҫергә тейеш. Ҡул эштәре – һәр заманда ла халҡыбыҙҙың күңел көҙгөһө булып ҡала килә, - тигән һығымтаға килделәр экскурсияны ойоштороусылар.
Уҡыусылар ҙа, үҙ сиратында, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңеп, төрлө һорауҙар бирҙе, Лилиә Мәсәлим ҡыҙы еткергән һәр мәғлүмәтте йоторҙай булып тыңланы. Был саранан һуң улар йылдың ни өсөн Халыҡ сәнғәте һәм мәҙәни мираҫ йылы тип аталғанын аңлап таралышты.

Гөлнара Солтанова.

Үткән юлдар – уҙған йылдар
Үткән юлдар – уҙған йылдар
Үткән юлдар – уҙған йылдар
Читайте нас: