Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Февраль 2022, 17:30

Еңеүсе ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ!

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» асыҡ республика конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде.

Еңеүсе ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүсе ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ!

 


Тәтешле ауылында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» асыҡ республика конкурсының төбәк этабы үтте. Унда 8 район: Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Нуриман, Тәтешле райондары һәм Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан ғаиләләр ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәһе түбәндәгесә:

«Ғаилә ижады» номинацияһында:

1-се урын – Ғәлиевтар ғаиләһе (Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы),
2-се урын – Ҡыямовтар ғаиләһе (Тәтешле районы),
3-сө урын – Ғариповтар ғаиләһе (Бөрө районы),


«Ғаилә һөнәре» номинацияһында:

1-се урын – Ғәлинуровтар ғаиләһе (Ҡариҙел районы), Ғәлиевтар ғаиләһе (Асҡын районы, Ҡышлауйылға ауылы),
2-се урын – Сәлимгәрәевтар ғаиләһе (Тәтешле районы).


✅«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында :

 

1-се урын - Арманшиндар ғаиләһе (Тәтешле районы),

2-се урын – Суфияновтар ғаиләһе (Асҡын районы, Солтанбәк ауылы),

3-сө урын – Фәйзуллиндар ғаиләһе (Нуриман районы).

Төбәк этабы еңеүселәрен артабан республика кимәлендә һынау көтә. Финал өлөшө - конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм бүләкләү - 1 мартта үтәсәк. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ:   https://vk.com/lifetatyshly?w=wall-146798139_5003

Наилә Имаева.

Еңеүсе ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүсе ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: