Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Ғинуар 2022, 12:10

"Ватандаш" журналына — 25 йыл

Бөгөн баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында «Ватандаш» журналының 25 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара үтте.  

 Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе  Зөһрә Рәхмәтуллина һәм республикабыҙҙың бик күп күренекле шәхестәре, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар ҡатнашты.

–   Энциклопедик характерҙағы ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм әҙәби журнал «Ватандаш» – милли әҙәбиәтебеҙҙең, тарихыбыҙҙың, фәнебеҙҙең төп сығанағы булып тора.  25 йыл эсендә журнал республиканың мәғлүмәт киңлегенең айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде һәм республиканың имиджын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә, – тине редакция коллективын тәбрикләп, БР премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев үҙенең ҡотлауында халыҡ-ара фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырыуҙа журналдың хеҙмәтен юғары баһаланы.

– Ике йыл элек журналдың тиражы кәмеүгә табан барһа, хәҙер уның уҡыусылары йылдан-йыл арта. Быға редакция коллективының туҡтауһыҙ   яңы эш формаларын һәм ысулдарын эҙләүе булышлыҡ итә, – тине ул редакция коллективына тоғро уҡыусылар һәм уңышлы яңы проекттар теләп.

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосоповтар ҙа   журналды  юбилейы менән ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе.

Юбилей уңайынан «Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары һәм Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде.  

Артабан сара  “Башҡортостандың милли матбуғатында традицион мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау мәсьәләләре” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция  форматында дауам итте.  

Фото: Юлай Кәримов

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-20/vatandash-zhurnalyna-25-yyl-2662185?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: