Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Декабрь 2021, 09:00

Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы

 Һәр төбәктең үҙ патриоты була. Халҡым, телем, милләтем тип, шуларҙы хәстәрләп, шул рух менән киләсәк быуынды ҡайғыртып, янып-көйөп йәшәй ундайҙар. Был байрамды ла шундай илһөйәрҙәрҙең береһе — Әлиә Закирйән ҡыҙы Камалиева әҙерләп, бик оҫта итеп алып барҙы.

Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы
Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы

Башҡортостаныбыҙҙың 19 төньяҡ-көнбайыш районы буйынса 2020 йылдың сентябренән 2021 йылдың апреленә ҡәҙәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары сиктәрендә республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында экспедиция ойошторолдо.
Проект сиктәрендә Ҡариҙел районы һәм тағы ла 18 район буйынса диалектологик материалдар тупланды. БДУ ғалимдары экспедицияға килеп, ошо райондарҙа йәшәүселәрҙең тел үҙенсәлектәрен, фольклор өлгөләрен йыйҙы. Этнолингвомәҙәни экспедиция һөҙөмтәһе булараҡ ике йыйынтыҡ: «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса диалектологик экспедиция материалдары» һәм «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор текстары» донья күрҙе. Күптән түгел Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда ошо ике китаптың презентацияһы үтте.
Беҙҙең яҡтарҙа эш сәфәре барышында телселәр Яҡуп, Туйыш, Иҫке Аҡбүләк, Яңы Аҡбүләк, Хәлил, Юлдаш, Иҫке Бағаҙы, Яңы Муллаҡай, Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр, Абдулла, Мата, Шамрат, Киҙәсе ауылдарында булды. Урындағы халыҡтан ауыҙ-тел ижады өлгөләре, топонимик, диалектологик материалдар йыйҙылар. Экспедиция ағзалары халыҡ менән һөйләшеп, ауылдар ерлегенә генә хас һүҙҙәрҙе асыҡланы, ер-һыу, тормош-көнкүреш әйберҙәре атамалары, туғанлыҡ терминдары менән ҡыҙыҡһынды, йолаларҙың үҙенсәлекле яҡтары тураһында ғалимдар һәр ауылдағы информаторҙар менән ентекле аралашты. Ҡариҙел халҡы бик алсаҡ, ҡунаҡсыл ҡаршы алды, булған мәғлүмәт менән ихлас бүлеште, бай материал менән ҡыуандырҙы.
Китаптарҙың исем туйына Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты телселәре Рәмилә Хөснөтдинова, Айгөл Сәғитова, Мөнирә Акилова килде.
Китап туйы уңайынан ойошторолған фольклор байрамына йыйылыусыларҙы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Булатов, Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова, Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәҙәниәт бүлеге белгесе Юлиә Вәлиева тәбрикләне. Байрам кисәһендә ауыл халҡы, район Мәҙәниәт йорто артистары һәм күрше ауылдарҙан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, информаторҙар һәм башҡалар ҡатнашты.
Тыштан уҡ ҡыңғырау тауышы ишетелде. Фойела «Умырзая» халыҡ фольклор ансамбле дәртләнеп «Килен төшә» йырын башҡара, баян моңо аҫтында, милли костюмдарҙа информаторҙар, клуб хеҙмәткәрҙәре, килгән халыҡ та ҡушылып таҡмаҡтар әйтеп, өҙҙөрөп бейей. Бына шундай ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған боронғо матур йола, фольклор күренеш менән ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп ҡаршы алдылар.
«Урам урау» күренеше менән дауам итте байрамдың икенсе күренеше.
— Был китаптар киләсәк быуынға әҙер дәреслек, тормош һабаҡтары буласаҡ. Беҙҙең һәр һүҙҙе, һәр фекерҙе ҙурлап, түкмәй-сәсмәй китап юлдарына һалып, тарихҡа индергәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, — тип Әлиә Закирйән ҡыҙы китаптарҙың йөкмәткеһенә байҡау яһаны. — Беҙҙең райондан 46 кеше мәғлүмәт биргән, Ҡараяр һәм Яңы Бәрҙәш ауыл Советтарынан 26 кеше. Китапта фольклор, тарих, ер-һыу атамалары, ҡыҫҡаһы, беҙҙең мәҙәниәт, тормош-көнкүреш сағыла.
Артабан һүҙ экспедиция ағзаларына бирелде. Тәү сиратта, Рәмилә Янсаф ҡыҙы һәр районда экспедиция ағзаларын ихлас ҡаршы алған өсөн хакимиәт башлыҡтарына, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙарына, шулай уҡ информаторҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Урындағы халыҡ менән тығыҙ аралаштыҡ, йорт-ҡураларҙың төҙөклөгө, аш-һыуға оҫта булыуҙары шунда уҡ күҙгә ташланды. Сигелгән таҫтамалдарын да һаҡлаған сал тарих эҙҙәре, телдәренең шул тиклем һығылмалы булыуы беҙҙе хайран ҡалдырҙы, — тине ул.
Артабан Айгөл Сәғитова менән Мөнирә Акилова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм беҙҙең гүзәл тәбиғәтебеҙ, халҡыбыҙ ҡалдырған матур тәьҫораттары менән бүлеште.
Алып барыусының һөйләгән һүҙҙәре, ҡунаҡтарҙың сығыштары видеояҙмалар менән оҙатылып барҙы.
Әлиә Закирйән ҡыҙы ер-һыу атамалары тураһында ла һөйләп, информаторҙарҙың китапҡа яҙылған иң күңелгә ятышлы мәғлүмәттәрен иҫкә төшөрҙө.
Муллаҡай ауылынан килгән «Иҙел» район әҙәби түңәрәге ағзаһы, районыбыҙҙың мәҙәни үҫеше өсөн янып йәшәгән Нәзилә Әхкәметдинова 2008 йылда Розалия Солтангәрәева етәкселегендә сыҡҡан «Төньяҡ Башҡортостан башҡорттарының хәҙерге халыҡ ижады» китабы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.
Ә Гөлзимә Закирйән ҡыҙының йөрәктәргә үтеп инерлек итеп һөйләгән «Манара» бәйетен залдағылар күҙ йәштәрен һөртә-һөртә тыңланы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм район Мәзәниәт йорто артистары Мөғәниф Абраров менән Эльвира Ғәбдинурова башҡарыуындағы йырҙар мәртәбәле ҡунаҡтарға музыкаль бүләк булды.
Беҙҙе рухи яҡтан бай һәм көслө иткән йолалар, тарих, халыҡ ижады буйынса материал күп ауылдарҙа һаҡланған. Бына ошо хазинаны бер епкә теҙеп, бер урынға туплап, беҙгә әҙер материал биргән хөрмәтле ҡунаҡтарға был осрашыу Ҡариҙел районы халҡының тәрән ихтирамы ул. Шундай матур байрамды әҙерләп, алып барыусы Әлиә Закирйән ҡыҙы Камалиеваға һәм ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Люция Карамова.

Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы
Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы
Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы
Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы
Ҡараяр ауыл мәҙәниәт йортонда китап туйы гөрләп уҙҙы
Читайте нас: