Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Декабрь 2021, 08:30

Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат

Бөрөнән Рәмзиә Фәттәхова тырышлығы менән ихтирам һәм хөрмәт яулаған.

Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат
Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат

 

Бөрө ҡалаһының оло хөрмәткә лайыҡ гүзәл заты, талантлы уҡытыусы Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы Фәттәхова Яңы йыл алдынан  үҙенең күркәм юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы Әбйәлил районында ишле  башҡорт ғаиләһендә тыуған. Күберәге рус телендә һөйләшкән мөхиттә үҫһә лә, туған тел менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына. Хеҙмәт юлын 18 йәштә пионервожатый булып башлай һәм изге һөнәргә бар ғүмерен бағышлай.

— Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, төпкөл башҡорт ауылында балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым, — тип һөйләй Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы. — Бөрөгә күсенеп килгәс, уҡытыу эшен дауам иттем.

90-сы йылдарҙа республикала башҡорт теленә, тарихына, әҙәбиәтенә иғтибар арта. Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы ҡалала был эшкә беренселәрҙән булып тотона.

— Уйланым да, мин булмаһа, кем тинем? — тип үҙенең инициативалылығын аңлата ул. — Мине тел проблемаһы бик борсой ине. Бер ҙә юҡҡа ғына халыҡ “теле барҙың иле бар” тимәгән бит. Телен белгән кеше үҙенең тамырҙарын юғалтмай.

Тырыш уҡытыусы 1-се урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.  Һәр биш йыл һайын квалификация күтәреү курсын үтә. “Ҡояшҡай” 11-се балалар баҡсаһы мөдире  Вәсилә Хәлим ҡыҙы Трапезникова менән төркөмдәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк ойоштора.

— Балалар баҡсаһынан бер тәрбиәләнеүсем Бөрө педагогия институтын тамамлап, башҡорт теле уҡытыусыһы булды. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән, тигән һүҙ, — тип һөйләй уҡытыусы.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, оҙаҡламай күркәм юбилейын билдәләйәсәк Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы республика Мәғариф министрлығының  һәм Бөрө районы хакимиәтенең, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына һәм байтаҡ наградаларға эйә. Республиканың төрлө мөйөшөндә йәшәгән уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре уҡытыусыларының шылтыратып хәлен белешә, байрам менән ҡотлай.

Бөрөләр Рәмзиә Рәжәп ҡыҙын әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та белә. Ул оҙаҡ йылдар ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советына рәйеслек итә, ҡоролтай ағзаһы була. Бер нисә ҡабат Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар союзы съезына делегат итеп һайлана.

Был тырыш гүзәл зат биографияһында тағы ла бер һоҡланғыс бит бар: бер нисә йыл ҡалала башҡорт телендә нәшер ителгән  “Бөрө шишмәләре” гәзитен дә сығара.

— Был эш миңә яңы ине, — тип һөйләй ул. — Ләкин гәзит сығарыу бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Күп нәмәгә өйрәнергә, башҡорт теле уҡытыусылары, студенттар, күренекле кешеләр менән аралашырға тура килде.

 “Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙары” махсус белешмә-энциклопедияһына ла уның тормош юлы осраҡлы индерелмәгән. Ошо көндәрҙә Рәмзиә Фәттәхова Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең  “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе”  миҙалы менән бүләкләнде.

— Яҙмышымдан ҡәнәғәтмен, — ти юбиляр бер аҙ уйланып торғандан һуң. — Балалар икешәр юғары белем алды, тормошта үҙ юлдарын тапты. Ҡыҙым Айгөл — БДУ-ла иҡтисад бүлегендә, улым Азат республика Башлығы Хакимиәтендә эшләй. Өс ейәнем үҫеп килә. Уларға һәр ваҡыт: “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тигән мәҡәлде ҡабатлайым. Хеҙмәт яратҡан кеше бөтә нәмәне лә эшләй ала. Тормош иптәшем Марат Мостафа улы менән дә бәхетле булдым, ышаныслы, аҡыллы кеше ине. Бөрөләр уны эше буйынса ҡала партия комитетында ла, башҡа вазифаларҙа ла яҡшы белә ине. 16 йыл элек мәрхүм булды.  Туғандар менән йыйылышып ҡәҙерле кешебеҙҙе гел иҫкә алабыҙ.

Юбилярҙы йәше бер ҙә ҡурҡытмай. Тормош көҙөн ул рәхмәтле булып, шөкөр итеп ҡабул итә.

Фото ғаилә альбомына

Ольга Платонова.

 

Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат
Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат
Читайте нас: