Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Декабрь 2021, 08:40

Башҡорт теле тантана итте

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.

Башҡорт теле тантана итте
Башҡорт теле тантана итте

2019 йылдан алып республика Башлығы указына ярашлы, бөйөк мәғрифәтсебеҙ, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Башҡорт теле көнө билдәләп үтелә.
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Филология кафедраһы доценты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова төрлө төркөм студенттарына «Ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе шағир» һәм «М. Аҡмулланы уҡыйбыҙ» исеме аҫтында дәрестәр үткәрҙе. Шулай уҡ студенттар был аҙналыҡта «М. Аҡмулла эҙҙәре буйлап...» стена гәзиттәре конкурсында ҡатнашты. Күренекле шағирҙың тормош юлына һәм ижадына бағышланған «Халыҡ аҡылы ынйылары» онлайн-викторина ла аҙналыҡтың мәртәбәһе булды. БДУ-ның Бөрө филиалының йәмғеһе 118 студенты һәм уҡытыусыһы М. Аҡмулла менән бәйле 30 сетерекле һорауға яуап эҙләне.
14 декабрҙә иһә Башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡты йомғаҡлау кисәһе үтте. Студенттар Аҡмулланың ижадына арналған китап күргәҙмәһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Йыйылыштар залында шиғыр һөйләүселәр конкурсы йәнләнде. Шағирҙың шиғырҙары яңғыраны. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Тимур Шәймөхәмәтов, икенсене – Аделина Шәмсиева, өсөнсө урынды Әнисә Мофазалова алды. Аҡмулла тураһындағы документаль фильм һәм презентациялар студенттарға тағы ла белемдәрен арттырырға ярҙам итте.
Был көндө филиалдың барлыҡ факультет студенттары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бағышланған квест та ойошторолдо. Филология кафедраһы мөдире, профессор Әминә Шакирйән ҡыҙы Абдуллина сараның әһәмиәте һәм уйын барышы менән таныштырҙы. Уйында төрлө факультет студенттарынан һәм уҡытыусыларҙан торған командалар станциялар аша үтеп, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләне. Һөҙөмтәлә инженер-технология һәм физика-математикафакультеты студенттарынан торған йыйылма команда беренсе урынға сыҡты. Педагогика факультеты менән биология һәм химия факультеты студенттары — икенсе, ә социаль-гуманитар, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеттарының беренсе һәм икенсе курс студенттарынан торған командалар өсөнсө урын яуланы. Сара һуңында уҡыу йорто директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле китаптар менән бүләкләне.
Юғары уҡыу йортоноң филология кафедраһы тарафынан ойошторолған был сара телебеҙҙең матурлығын һаҡларға һәм үҫтерергә этәргес көс булыр, тип ышанабыҙ.
Камила Мөхәмәтова,
1-се курс студенты.

Башҡорт теле тантана итте
Башҡорт теле тантана итте
Башҡорт теле тантана итте
Читайте нас: