Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2021, 12:43

Телһөйәрҙәр йыйылды

Мишкә районында үтеп барыусы йылға йомғаҡ яһалды, еңеүселәр тәбрикләнде.

Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды

Быйыл да районыбыҙҙа Башҡорт теле көнөн ҙур әҙерлек менән ҡаршы алып, ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙек. Байрам саралары 7 декабрҙән 14-енә тиклем барҙы. Һәр көн айырым девиз аҫтында үтте. Район китапханаһы бинаһында Башҡорт теле аҙналығын ябыу һәм Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһау сараһы ойошторолдо. Уны китапханасылар Олеся Зәйнетдинова менән Илвира Айбирҙина алып барып, байрамдың тарихы менән таныштырҙы, Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһаны.

Артабан сәләмләү өсөн һүҙ район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламовҡа бирелде. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Лилиә Хәсәнова Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһап, йыл сиктәрендә үткәрелгән конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләне.
Сараның икенсе өлөшө ярыш формаһында ойошторолғайны. Унда ҡатнашыусылар дүрт командаға бүленеп, башҡорт теле буйынса үҙ-ара белемдәрен һынаны. Бында йомаҡтар сисеү, мәҡәлдәрҙе рус теленә тәржемә итеү, шиғырҙар уҡыу кеүегерәк биремдәр үтәнеләр. Командалар әҙерләнгән ваҡытта район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәүиә Саматова менән Нәғим Бабичев музыкаль бүләк яһаны.
Сараның өсөнсө өлөшө бик күңелле һәм мауыҡтырғыс булды. Ҡатнашыусылар барыһы бергә башҡортса караоке йырланы. Командаларҙың сығыштарын район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламов, Мишкә 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Хәсәнова һәм район Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады һәм фольклоры буйынса әйҙәүсе методисы Рәүиә Саматова юғары баһаланы. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ һәм берҙәмлек еңде. Бәйгеселәрҙең барыһына ла грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Лилиә Хәсәнова.

Мишкә районы.

Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Читайте нас: